Даирә
+24 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
28 Апреля 2021, 15:55

Яҡташыбыҙ Мәскәү үҙәгендә вафат булған

26 апрелдә илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙә яҡташыбыҙ вафат булған. Асыҡланыуынса,

ҡыҙға 18 генә йәш. Был фажиғә тураһында РЕН-ТВ хәбәр итә.
Билдәле булыуынса, ҡыҙ әсәһе менән Охотный Ряд урамында йөрөп ятҡан. Бер мәлдә ул иҫен юғалтҡан һәм йығылған. Урынға шунда уҡ "Ашығыс ярҙам" саҡыралар, тик табиптар ни бары уның үлемен генә теркәй.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уның ауыр һәм дауалап булмай торған сире булған. Тик ниндәй ауырыу икәнлеге тураһында әйтелмәй.
Фото: ИА «Башинформ»
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас