Даирә
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
28 Апреля 2021, 09:58
Йәшлек эликсиры
"Уны ҡуллана башлағандан бирле күреү һәләтем яҡшырҙы, тирем шымарҙы, сәсем нығынды, хатта салланыуҙан туҡтаны", ти үҙендә был шифалы рецептты һынап ҡараған танышым һәм һеҙҙең менән дә уртаҡлаша.
Уны әҙерләү өсөн кәрәк:
50 мл етен майы
Йомортҡа ҙурлығындағы өс лимон
Уртаса ҙурлыҡтағы ике баш һарымһаҡ
150 гр бал
Таҙартылған һарымһаҡты, лимонды ҡабығы менән ит турағыс аша үткәреп, етен майы һәм бал менән яҡшылап бутайбыҙ. Массаны ҡара быяла банкаға һалып, өҫтөн ныҡ итеп ҡаплап, һыуытҡысҡа бер аҙнаға ҡуябыҙ. Уны көнөнә өс тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алдан бер балғалаҡ ашарға. Мөғжизәгә тиң аҙыҡты, бер ай ҡулланғандан һуң, өс ай самаһы тәнәфес яһап, артабан да дауа маҡсатында бер ай ашарға була.
Был ҡатнашмалағы бөтә ингредиенттар ҙа файҙалы: етен майы холестерин төйөндәрен иретеү, лимон менән файҙалы үҙенсәлеге көсәйеп, бауырҙың үт юлдарын таҙартыу, организмдың сирҙәргә ҡаршы тороу үҙенсәлеген арттырыу һәләтенә эйә. Лимон - көслө антисептик, ундағы С витамины - бик яҡшы антиоксидант, иммунитетты күтәреүсе, ҡан тамырҙары стенаһын нығытыусы булараҡ билдәле. Һарымһаҡ - тәбиғи антибиотик, зарарлы бактерияларҙы үлтерә, ҡан тамырҙарын таҙарта. Балда организмды бик күп микроэлементтар менән туйындырыу, нығытыу, йәшәртеү көсө бар.
Ҡулланыр алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Фото: medvoblago.ru
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Y-shlek-eliksiri-778181/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!