Ташҡын ваҡытында күптәрҙе эсәр һыу проблемаһы борсой. Ҡалала автоматтарҙан һыу алыу ғәҙәти ғәмәлгә әүерелде, уның сифатын маҡтайҙар, ҡайнатҡанда юшҡын ултырмай, тиҙәр. Ә был хәл һыуҙың сифаты тураһында һөйләйме? Сәйнүктә юшҡындың булыуы зыянлымы? Ниндәй миҡдарҙа ул зарарлы, фильтрҙар ҡулланыу һөҙөмтәлеме?
Ошо һорауҙарға Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлексә мөдире Светлана Ғилманованың яуабы менән танышайыҡ.
-Юшҡындың барлыҡҡа килеү сәбәбе - һыу үткәргес һыуындағы тоҙҙарҙың ултырыуында. Һыуҙы ҡайнатҡанда был тоҙҙар углекислый газға һәм ҡаты матдәгә тарҡала. Шуның һөҙөмтәһендә юшҡын барлыҡҡа килә.
Организмға аҙ ғына миҡдарҙа юшҡындың эләгеүе хәүефле түгел, ти белгес. Әммә юшҡынлы һыуҙы даими ҡулланыу сәләмәтлеккә зарар килтереүе ихтимал. Юшҡын кешенең ашҡаҙанында тарҡалғандан һуң, тоҙ берләшмәләре ҡанға эләгә һәм бөтә организм буйынса тарала. Һөҙөмтәлә тоҙҙар быуындарға ултыра, бөйөрҙәрҙә һәм үт ҡыуығында таш барлыҡҡа килә, ҡан тамырҙары тарая. Өҫтәүенә юшҡын һыуҙың тәм сифатын кәметә, - ти Светлана Ғилманова.