Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 11:40

Ғүмерлеккә төрмәгә ябылды

Яңауыл районы кешеһе ҡот осҡос енәйәттәр ҡылып йөрөгән.

Башҡортостандың Юғары суды Яңауыл районынан 52 йәшлек иргә ҡарата “ярҙамһыҙ хәлдә булған ике һәм унан да күберәк кешеләрҙе үлтергән өсөн”, “талау”, “аңлы рәүештә үртәү юлы менән сит кеше милкен юҡҡа сығарыу” статьялары буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эшенә хөкөм сығарҙы.
Башҡортостан Прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 2008 йылда май айында төндә ғәйепләнеүсе Яңауыл районының Эткенә ауылында йәшәгән өлкән йәштәге кешеләргә инеп, уларҙы үлтерә. Йортто тентеп, 30 мең һум аҡса һәм пенсионерҙарҙың өҫ кейемен урлай, йортҡа ут төртөп ҡаса.
Ул 2010 йылдың ноябрендә һәм 2011 йылдың сентябрендә Яңауыл һәм Краснокама райондарында йәнә ике йортҡа инеп, тағы ла дүрт кешенең ғүмерен ҡыя, бөтәһе 51 мең һум аҡса һәм башҡа әйберҙәрҙе урлай. Ул саҡта уҙғарылған тикшереү эштәре яуызды асыҡлау мөмкинлеген бирмәгән.
2018–2020 йылдарҙа алдағы йылдарҙағы енәйәттәрҙе асыу һәм тикшереү буйынса алып барылған эш барышында Яңауыл районында бер-бер артлы ҡылынған 25 урлашыу осрағы тәфтишселәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Был осраҡтар буйынса 2018 йылда урындағы кеше хөкөм ителеп, төрмәлә ултырған була. Енәйәтте ҡылыу тәртибе һәм уның эҙҙәре асылмаған үлтереү енәйәттәрен ҡылыу алымына оҡшаш булып сыға.
Ир инде оҫтарып, урлашыуҙа махсуслашҡан, шулай уҡ алдан да ошо эштәре өсөн хөкөм ителгән. Тәфтишселәр асыҡлауынса, ул енәйәт ҡылырға алдан әҙерләнгән, махсус рәүештә ҡаршылыҡ күртәһә алмаҫлыҡ оло йәштәге кешеләрҙе һайлаған, улар тураһында мәғлүмәт йыйған, йорттағы ҡиммәтле әйберҙәрҙе асыҡлаған, ҡайһы берҙәре менән әйбер һатыу һылтауы менән танышҡан. Һуңынан уларҙың йортона килеп, ирҙәрҙең башына тупаҫ әйберҙәр менән һуҡҡан, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙы быуған, һуңынан ҡиммәтле әйберҙәрҙе алып ҡасҡан, шул уҡ ваҡытта бик оҫта эҙен юйған. Ә 2008 йылда беренсе енәйәтен ҡылғандан һуң, ул эҙҙәрен юйыу маҡсатында йортҡа ут төрткән.
“Күп һанлы экспертизалар үткәреү һөҙөмтәһендә, шул иҫәптән ваҡиға урынынан алынған әйберҙәрҙә хөкөм ителеүсенең еҫ эҙҙәрен билдәләү буйынса ольфактор экспертизаһы ярҙамында енәйәтте асыу мөмкин булды. Суд ултырышында 60-тан ашыу шаһиттан һорау алынды”, – тип хәбәр итә күҙәтеү органы.
Ғәйепләнеүсе үҙенең ғәйебен танымаған. Ул алдан да хөкөм ителгән һәм әле төрмәлә ултыра. Суд уны, махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында ултырыу шарты менән, ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итте. Хөкөм әлегә законлы көсөнә инмәгән.
Фото: БР буйынса Тәфтиш идаралығынан.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас