Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
28 Апрель 2021, 16:05

Иттән запеканка

Бының өсөн ярты килограмм тауыҡ ите фаршы, бер стакан дөгө ярмаһы, һуған, кишер, өс йомортҡа, бер-ике аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ, борос кәрәк.

Башта һуғанды ваҡлап турайбыҙ, кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Булған ингредиенттарҙы бергә ҡушып бутайбыҙ.
Шунан форманы аҡ май менән майлап, килеп сыҡҡан ҡатнашманы һалабыҙ. Ҡыҙҙырылған мейестә 40-45 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Бик тәмле һәм туҡлыҡлы ризыҡ килеп сыға. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: tabor.ru
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас