Даирә
+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Башҡа яңылыҡтар
27 Апреля 2021, 10:55

Төндә Учалыға алып барам тип...

Ҡатын машинанан төшөп ҡаса, әммә ир уны ҡыуып етеп, ныҡ итеп туҡмай. Артабанғы ваҡиғалар иң ҡурҡыныс киноларҙағы кеүек...

Свердловск өлкәһе кешеһе Башҡортостанда таксист ҡатынды ҡаты туҡмағаны һәм көсләгәне өсөн суд алдына баҫасаҡ. Уға бер юлы өс төрлө енәйәт эше асылған.
Башҡортостан прокуратураһы судҡа таксист ҡатынды туҡмау, көсләү, талау факты буйынса енәйәт эшен ебәргән. 29 йәшлек Свердловск өлкәһе кешеһе бер юлы өс енәйәттә - көсләүҙә, туҡмауҙа, автомобиль алып ҡасыуҙа ғәйепләнә.
Был ваҡиға февраль айында уҡ булғайны. Ул ваҡытта күрше төбәктән булған ир Белорет ҡалаһындағы вокзалға килә. Шунда төндәрен кеше ташып аҡса эшләгән 35 йәшлек ҡатынға тап була һәм Учалыға алып барыуын һорай.

Тәфтишселәр асыҡлауынса, таксист риза була. Артабан юлда пассажир машинаны туҡтатыуҙы талап итә, ҡатындың муйынын һыға, ҡулындағы бысағы менән һелтәнеп, үлтерәм тип янай. Ҡатын ысҡынып машинанан төшөп ҡаса, әммә яман уйлы әҙәм ҡыуып етеп, ныҡ итеп туҡмай. Иҫтән яҙған ҡатындың ҡулдарын бәйләп, машинаға һала һәм, кеше аяғы һил урынға алып барып, ҡара ҡылығын ҡыла. Артабан да хәл-ваҡиғалар иң ҡурҡыныс кинолағы һымаҡ дауам итә: иҫенә килгән ҡатынды йәнә үлтереү менән ҡурҡытып, муйынын ҡайыш менән быуып, рулгә ултырырға һәм Учалыға тиклем алып барырға ҡуша. Урынға килеп еткәс, өҫтәүенә 6700 һум аҡсаһын тартып алып сығып ҡаса.
Ирҙе ике көн үткәс, туғанының өйөндә ҡасып ятҡан ерендә тоталар. Әҙәм аҡтығы үҙ ғәйебен таныған. Енәйәт эше Учалы район судына ебәрелгән. Яман әҙәм ҡара ҡылығына тейешле язаһын алыр тип ышанғы килә.
Фото: bash.news
Автор: Аклима Гизатуллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/T-nd-Uchali-a-alip-baram-tip-776293/
Читайте нас