Башҡа яңылыҡтар
27 Апреля 2021, 07:07

Ҡарлы ямғыр көтөлә

Башгидрометеоүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон күҙалланы.

Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн төбәктә ямғыр көтөлә. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, республиканың көнъяҡ райондарында көслө булмаҡсы. Һауа температураһы төндә -1°, +4°, көндөҙ йылыраҡ – +8° - +13°.
Иртәгә, 28 апрелдә төндә һәм таң менән ҡар ҡатыш ямғыр буласаҡ тип фараз итәләр. Ел көнъяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә һауа температураһы -1°, +4°, көндөҙ +9°, +14° булыуы көтөлә.
Фото: Горобзор.
Автор: Римма Султанова
https://bash.rbsmi.ru/articles/common_material/arli-yam-ir-k-t-l-777203/
Читайте нас