Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
26 Апреля 2021, 07:26

Саф һауала бешкән ризыҡ тәмле була, ти Мәрйәм әбей

Мәрйәм инәй күршемә ҡунаҡҡа килһә, гел күҙҙе ҡыҙҙырып тышта усаҡ яғып, ҡаҙанда былау бешерә башлай. Уның былауы ла бик тәмле килеп сыға шул. Саф һауала, төтөнгә ыҫланып бешкән ризыҡ тәмле була ти ул. Шашлыҡтан башҡа кемдәр тағы ниндәй ризыҡтар бешерә белә тышта? Уртаҡлашығыҙ.Түбәндә Мәрйәм әбейҙәр былау рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Ҡаҙанда 1-2 килограмм һарыҡ итен бер тигеҙ эре генә турап көнбағыш майында ҡыҙҙырырға. Уның өҫтөнә 1 килограмм кишер, 0,5 килограмм һуған, 0,5 килограмм помидорҙы һалып тағы ла ҡыҙҙырырға, төрлө тәмләткестәр өҫтәргә. Оҙонса дөгөнө һыуға һалып тотҡандан һуң бешкән иттең өҫтөнә һалырға һәм әкрен утта быҡтырырға кәрәк. Ашығыҙ тәмле булһын!
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотоһы.
Читайте нас