Бер көн алда ул Силәбе өлкәһенә пассажир менән юлланған, икенсе көн иртән ҡатынына “машинам батты” тип смс-хәбәр ебәргән. Тиҙ арала шылтыратыуын үтенгән.
Яҡындары шылтырата башлағас, телефоны яуап бирмәгән, бәйләнеш зонаһынан сыҡҡанды ғына хәбәр иткән.
Таксисты тиҙ арала яҡындары, ирекмәндәр, полиция хеҙмәткәрҙәре эҙләргә тотонған. Бәхеткә күрә, барыһы яҡшы тамамланған: Илшат яҡындары менән бәйләнешкә сыҡҡан.
Мәғлүм булыуынса, әлеге ваҡытта Илшат Өфөгө, ҡатыны һәм балалары янына имен-аман әйләнеп ҡайтҡан. Әйтеүҙәренсә, ирҙең машинаһы кәрәҙле бәйләнеш булмаған урында батҡан, шуға ла ул яҡындарына бәләгә тарығанын еткерә алмаған.
Был хаҡта “Комсомольская правда” порталы хәбәр итә.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.