Боҙаяҙ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илмир Латипов чернобылселәргә, уларҙың яҡындарына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе, именлек һәм сәләмәтлек теләне.
- Ул осорҙа барыбыҙ ҙа ҡушылғанды эшләнек, эҙемтәләр хаҡында уйланманыҡ. Беҙҙе, ил алдындағы хәрби бурысыбыҙҙы үтәүселәрҙе, шунда уҡ бойороҡ менән алып киттеләр. Авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә эшләү ваҡыты 10-15 минут, ә ҡайһы бер урындарҙа хатта бер минуттан да кәмерәк тәшкил итте. Ул радиация кимәленә бәйле ине. Ғөмүмән, Чернобыль катастрофаһының ҡурҡыныс һөҙөмтәләрен барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Ҙур күләмдәге емереклектәр унда булғандарҙың фиҙаҡәр хеҙмәте менән юҡҡа сығарылды. Чернобыль һәләкәтен иҫкә алғанда, ошондай уҡ авария булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ”ты ла иҫтән сығармаҫҡа кәрәк,— тине улар.
Шулай уҡ уларға Миҙхәт Рәжәпов та йылы һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итеп, ихлас теләктәрен еткерҙе. Зифа Ҡанбәкова, Олег Аҡбашев һәм Елена Ткачева йыйылыусыларға концерт номерҙары бүләк итте. Герой-ауылдаштарҙың һөйләгәндәре бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр моғайын.
35 йыл үтһә лә, “Чернобыль” ҡара тап булып йөрәктәрҙә йәшәй. Ул миллионлаған кешеләрҙең яҙмыштарын үҙгәрткән ҡот осҡос авария синонимы булып ҡалды.
Ни кого не оставили равнодушными, воспоминания и рассказы наших героев-односельчан.
Прошло уже 35 лет, а слово «Чернобыль» живет и еще долго будет жить в наших сердцах. Оно стало синонимом страшной аварии, которая навсегда изменила судьбы миллионов людей.
Г. Мостаева, китапханасы.