Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 19:47

“Ҡәйнәмә рәнйеүем үтмәй...”

“Мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыу эләкмәне. Ауырып түшәккә ятҡан әсәйемде ҡарарға кәрәк ине. Фермаға һауынсы булып эшкә төштөм. 19 йәшемдә колхозда зоотехник булып эшләп йөрөгән егеткә тормошҡа сыҡтым. Ул техникум тамамлаған ине.

Ҡәйнәм китапханасы булды. Мине баштан уҡ яратып етмәне, уҡымағас, улына тиң түгел, тип һананы. Баштан уҡ төрлөсә ҡыйырһытты.
Ирем ҡыҙыу холоҡло кеше булып сыҡты, эсһә, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, ҡул күтәрергә лә күп һорамай.
Күргән-кисергәндәремде яҙһам, кеше ышанмаҫ. 30 градуслыҡ ҡышҡы һыуыҡта өшөп-туңып, иртәнге һауындан ҡайтып инәм. Өйҙә бер тамсы һыу ҡалһасы! Барыһы ла эштә, ҡәйнәм юрый бөтә һыуҙы түгеп, сәйнүк-самауырҙы түңкәреп эшкә китер ине. Мейескә терәлеп, аҙ ғына йылынам да, биҙрә алып, ҡоҙоҡҡа һыуға китәм, ә уныһы алыҫ...
Йәки икенсе хәл: эсеп алған ирем мине сәсемдән һөйрәп туҡмап, тышҡа сығарып ебәрә лә ишекте бикләй. Тышта дөм ҡараңғы төн, һыуыҡ. Ипләп кенә барып ҡайным менән ҡәйнәм йоҡлаған урындағы тәҙрәне шаҡыйым. Ҡолаҡҡа ҡатыраҡ ҡайным, бәлки, йоҡлағандыр, ә ҡәйнәмдең йоҡламауын белә инем. Улы эсеп боларғанда ниндәй әсәй йоҡлап ятһын?! Шул саҡта сәңгелдәктә ятҡан балам уянып илай башлай, һәм ғәйепле төҫ менән ҡайным сығып ишек асып индерә...
“Ни эшләп түҙеп йәшәнең?” тиеүселәр булыр. Был ваҡытта әсәйем мәрхүмә ине инде, атай нигеҙендә ағайым менән еңгә йәшәп ята. Уларға һыймаҫым көн кеүек асыҡ ине.
Был ғаиләлә мине яҡлаған берҙән-бер кеше ҡайным булды. Тик командир ише ҡатынына, эсеп боларған улына уның да һүҙе үтмәй. Шулай ҙа уның ярҙамын күп күрҙем. Тик ғүмере генә ҡыҫҡараҡ булды. Әле лә рәхмәтле булып иҫкә алам, доғалар бағышлатам.
Ҡайным мәрхүм булғас, ҡәйнәм бөтөнләй шашты. Уның аҫтыртын рәүештә ҡылғандарын һөйләп бөтөрлөк түгел.
Балалар икәү булғас, иремде көйләп-сөйләп айырым йорт һалып сығырға күндерҙем. Ул саҡта икебеҙ ҙә яҡшы ғына эш хаҡы ала инек, колхоз да ярҙам итте. Үҙ өйөбөҙгә күсеп, айырым йәшәй башлағас, иркен тын алғандай булдым. Балалар үҫте, ирем дә аҙыраҡ ипкә килде, ашҡаҙан сиренә юлығып, операция үткәреп, эсеүен дә ташланы.
Әммә ҡәйнәм тормошобоҙға ҡыҫылыуҙан, дөрөҫөрәге, өйөбөҙгә килеп, мине әрләп-ҡарғап ҡайтыуҙан туҡтаманы. Йәшәй-йәшәй мин дә уҫалландым, ҡаршы яуап бирергә өйрәндем. Ҡыуып сығарған саҡтарым да булды. Ниндәй генә һүҙҙәр менән ҡарғамай ине ул шул саҡтарҙа?! Шулай итеп, аралашыуҙы тулыһынса өҙҙөм, ул беҙгә килмәй, мин уға бармайым. Ирем барып ярҙам итеп йөрөй, ялға ҡайтҡан ҡыҙҙарымды ла янына ебәрәм.
Әле ҡәйнәм 90 йәшкә яҡынланы. Һаулығы бик самалы, тиҙәр. Өй эсендә саҡ йөрөй, күберәк ята, ти ҡыҙҙарым. Мин уның һанаулы ғына ғүмере ҡалыуын яҡшы беләм, барырға, тәрбиәләшергә тейешлегемде лә аңлайым. Тик таш булып ҡатҡан күңелде нисек иретергә икән? Уның ҡарғыштарын нисек оноторға? Был аҙымды яһарға тейешменме, юҡмы?”
(Рәсимә исемле ҡатындың һөйләгәндәренән яҙылды).
Фото: yaroslavl.sm-news.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас