Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
24 Апреля 2021, 09:22

Йәнең тыныслыҡ таптымы, Тамара?

Тормошта ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлдәр күп, әммә мәңгелек төшөнсәләргә бәйләнгән ҡайһы бер ваҡиғалар уғата уйланырға, мөһим һы­ғым­талар яһарға мәжбүр итә....Был тарихты миңә яҡшы танышым һөйләгәйне. Йәшерәк сағында ул Өфөгә эш буйынса юлланған. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла поезға ултырған – ул саҡта был тарафтарға ошо транспорттан башҡа бер нәмә лә йөрөмәгән. Ҡыҫҡаһы, оҙон юл сәғәттәрен юлдаштар менән әңгәмәләшеп ҡыҫҡартырға тура килгән. Артабан танышыма һүҙ бирәйек.

“Ҡайтырға сыҡҡас, эргәмә моң­һоу ғына йөҙлө ҡатын килеп ул­тырҙы. Үҙен Елена Ивановна тип таныштырҙы. Башта һүҙҙәр берек­мәне. Юлдашым күҙен юлдан алмай килә торғас, көрһөнөп-көр­һөнөп ала. Вагондың талғын ғына һелкенеүенә бер аҙ күнегеп, сәй эсеп алғас, Елена Ивановна үҙе беренсе булып һүҙ ҡушты. Ул тәүҙә мин йәшәгән яҡ, кешеләр менән ҡыҙыҡһынды, “Һин шунда тыуып үҫтеңме? Район ҙурмы? Ниндәй милләт кешеләре йәшәй?” – тип тә һораны. Һөйләшеп киттек. Уның хәбәре мине тетрәндерҙе, тип әйтеү аҙ һымаҡ...

Баҡһаң, Елена Ивановна беҙҙең яҡтарға бик йыраҡтан, Мәскәү аръя­ғынан, Смоленск өлкәһенән юлланған икән. Төбәп кенә килгән ке­шеләре – бер туған һеңлеһе Тамараның балалары беҙҙең ра­йон­да йәшәй булып сыҡты. Ҡыҫ­ҡа­һы, ҡасандыр минең яҡташ, һөй­көмлө башҡорт егете Мансурҙы хәрби хеҙмәткә алғандар, Мәскәү яғына оҙатҡандар. Тап шунда, ике йыл эсендә ул бик тә сибәр Тамара исемле рус ҡыҙын осратып, ғашиҡ булған, уныһы ла, күрәһең, ғашиҡ утында янған... Ҡыҫҡаһы, йәштәр, Мансурҙың хеҙмәте тамамланғас, Башҡортостанға бергә юлланған. Ғаилә ҡорғандар. Беҙҙең ра­йонда – Башҡортостандың иң матур тө­бәк­тәренең береһендә төплән­гәндәр.

“Беҙҙең атай-әсәй төшөп ҡал­ғандарҙан түгел ине. Матур, етеш йәшәнек. Төпсөгөбөҙ Тамараны бик иркәләтеп үҫтерҙек. Алдына алғанды эшләмәйенсә ҡуймай ине, шуға ла “Мансура люблю, за ним хоть на край света пойду!” тигәс, күндек”, – тип бәйәнен дауам итте Елена Ивановна.
Ҡыҫҡаһы, Смоленск өлкәһенән Башҡортостанға Тамараның туған­дары туйға килгән. Башҡорттарҙың йомартлығына, ҡунаҡсыллығына иҫтәре китеп, әллә нисә көн ҡунаҡ булып, ниһайәт, күңелдәрен тынысландырып ҡайтып киткәндәр.

Йылдар артынан йылдар үткән. Тамара менән Мансурҙың балалары тыуған. Тыуған яғын өҙөлөп һағынған ҡатын, йәшерәк сағында, бәләкәстәрен алып, йылына берҙе булһа ла Смоленск өлкәһенә ҡай­тып килә алһа, тора-бара донъя баҫ­ҡан, мәшәҡәттәр ҙә артҡан, ҡыҫ­ҡаһы, ситтән килгән рус ҡыҙы Баш­ҡортостан ерендә таш булып батҡан.

“Беҙ Тамара менән Мансурҙың ғаиләһенә бер нисә тапҡыр ҡунаҡҡа килгәнебеҙ булды. Яҡшы йәшә­неләр. Икеһе лә эшсән, уңған. Балаларын лайыҡлы итеп тәрбиәлә­неләр. Тик Тамара, ни тиклем бәхетле булһа ла, беҙҙең яҡҡа ҡайтһа, туған моңдарын тыңлап, үҙ телендә иркенләп аралашып, һағыштарын баҫҡансы илап ҡайтып китә ине. Тамырҙарҙы өҙөп булмай бит инде... Бына ошолай матур ғына йәшәп ятҡанда, һеңлемдең сирләгәне мәғлүм булды.

Төрлөсә дауаланды, дауаха­наларҙың төрлөһөн урап сыҡты, имсе­ләргә лә барып ҡараны... Тик сир көслөрәк булып сыҡты. Илле бишен тултырған йылда беҙҙең һәр саҡ балҡып торған Тама­ра­быҙ­ҙың ҡояшы һүнде... Йыраҡ булғас, беҙ, туғандары, ҡайғылы хәбәр алыу менән юлға сыҡтыҡ, тик ундай саҡта аныҡ фекерләй алаһыңмы ни? Һуңғы юлға оҙатыу бурысын, әлбиттә, Мансур, балалары үҙ өҫтөнә алды, еренә еткереп тәрбиәләне. Тамараны, яҡын-тирәлә христиан зыяраты булмағас, ауылдың ҡәҙимге мосолман зыяратына ерләнеләр.

Әйтергә кәрәк, һеңлем ғүмер буйы туған теленә лә, диненә лә тоғро ҡалды. Ире ыңғайына башҡортса һупаларға өйрәнеп, телде яҡшы аңлаһа ла, ул барыбер күңеле менән рус ҡыҙы булып ҡала ине... Яҙмышты үҙгәртеп булмай бит – Тамараның йөрәгендә ниндәй һағыш һәм һағыныу ятҡанын хәҙер кем әйтә алһын?!

Был ваҡиғаларҙан һуң байтаҡ ваҡыт үтте. Һуңғы осорҙа Тамара йыш ҡына төшөмә инә башланы. Тәүҙә һағыныуымдыр тип уйланым. Аҙаҡ инде уның бик ныҡ борсолоп, ялбарып миңә нимәлер әйтергә теләгәненә төшөндөм: “Леночка, забери меня. Миңә бында һалҡын, ҡыйын, тығыҙ. Үҙ урынымда ятма­йым, Леночка. Әмәлен тап, зинһар! Был бит мин ятырға тейеш урын тү­гел, Леночка...” Ошондай үтенес менән бер нисә тапҡыр төшөмә ин­гәс, бик ҡурҡтым. Батюшкаға бар­ҙым, хәлде аңлаттым. Ул мөм­кинлек сығыу менән Баш­ҡорт­останға барырға, әмәлен табып, Тамараны яҡындағы урыҫ зыяратына күсереп ерләргә ҡушты...”

Бына ниндәй уйҙар менән юлға сыҡҡан икән Елена Ивановна! Йы­раҡ юлдарҙы яҡын итеп, һеңле­һе­нең теге донъянан ебәргән аяныслы сәләмен юллап йөрөүе... Хәҙер уның ни өсөн минән эргә-тирәләге ауылдар, район халҡы тураһында һорашҡанын да аңланым. Ул саҡта, интернет булмаған осорҙа, сит яҡтан Башҡортостанға килгән кеше фәлән районда фәлән ауылдар булғанын ҡайҙан белһен инде?

...Елена Ивановна Тамараның ғаиләһе менән яҡшылап һөйлә­шәсәген, хаҡына ҡарап тормай, Тамараның рухын тынысландырыу өсөн барыһын да эшләйәсәген белдереп хушлашты. Был тарихтың аҙағы нимә менән бөткәндер – билдәһеҙ. Һәр хәлдә, рус ҡыҙы Та­мараның йәне тыныслыҡ тап­ҡандыр, тип өмөтләнгем килә”, – тип тамамланы һүҙен танышым.

...Бына шулай. Йәш саҡта, сит милләт кешеһенә кейәүгә сыҡҡанда йә кәләш алғанда йәштәр тәү сиратта мөхәббәт, хис-тойғо тип яна, ололар һүҙенә ҡолаҡ һалырға ла теләмәй бәғзе осраҡта. Уртаҡ тамырҙар, дин, тел, ғөрөф-ғәҙәт мәсьәләләрен уйлап тороу түгел, башына ла индермәй хатта. Ә тормоштоң үҙ ҡанундары: нисек мөхәббәткә лә тоғро ҡалырға, Аллаһ Тәғәлә биргән асылыңа ла хыянат итмәҫкә, йән тыныслығын да табырға һуң ундай осраҡтарҙа? Уйлаһаң, уйылып китерлек...
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
фото т.роза
Читайте нас