Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 10:54

Кесерткәндең файҙаһы ҙур

Май уртаһында ер ныҡлап йылына башлау менән иң тәүгеләрҙән булып ҡуҙғалаҡ менән кесерткән ҡалҡып сыға. Кесерткәндең үҫмәгән ере юҡ, ә күптәр уның файҙалы икәнлеген дә белмәй.

Барыбыҙ ҙа сүп үләне тип һанаған, бөтә ерҙә лә ҡотороп үҫкән кесерткән мал аҙығы ла, кеше өсөн витаминдар сығанағы ла, дарыу ҙа була ала. Шул уҡ ваҡытта уны баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәштә лә уңышлы файҙаланырға мөмкин.
Бының өсөн кесерткәнде биҙрәгә тыңҡыслап тултырырға ла, һыу ҡойоп, өҫтөн полиэтилен япма менән ябып, биш көн ултыртырға кәрәк. Аҙаҡ уны болғатып, йәнә биш көнгә ултырталыр. Ун көн дауамында япраҡтары сереп бөтә.
Шул йәшел шыйыҡсаның бер литрына туғыҙ литр һыу ҡушып, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн ашлама эшләнә. Ә бына ҡарағаттың аҡ онло ысығына ҡаршы был иретмәне ике литрға һигеҙ литр һыу ҡушып эшләргә кәрәк. Сирҙе ул ике көндә юҡ итәсәк.
Шулай уҡ кесерткән төнәтмәһе сәсте нығытыу өсөн дә файҙаланыла. Уны киптереп тә ҡулланырға мөмкин. Күптәр яҙ көнө яңы сыҡҡан кесерткән үләненән аш бешерә, төнәтеп эсә. Әммә уны ҡулланғанда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
Кесерткәндән бик тәмле аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин. Ваҡ ҡына итеп туралған япрағын ашҡа, бутҡаға, салатҡа, йомортҡаға ҡушалар. Әгәр ҙә киптерелгән япрағын ыуалаһаң, аш-һыуға ҡушыу өсөн витаминдарға һәм микроэлементтарға бай бик файҙалы тәмләткес килеп сыға. Кесерткәндән әҙерләнгән ризыҡтар зарарлы микроорганизмдарҙы юҡ итеүсе фитонцидтарға бай булыу сәбәпле, тиҙ генә боҙолоп бармай. Улар ашҡаҙан менән эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүгә булышлыҡ итә. Кесерткәндән шифалы аҙыҡ әҙерләүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ, иң мөһиме, уның экологик йәһәттән таҙа булыуы кәрәк.
Фото: gastronom.ru
Автор: Карима Усманова
Читайте нас