Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 14:54

Береһе - танытмаһыҙ, икенсеһе - иҫерек...

Урам буйында булған юл-транспорт ваҡиғаһында 18 йәшлек кенә егеттең ғүмере өҙөлдө. Асыҡланыуынса...

Кисә төндә Нефтекама ҡалаһы урамдарының береһендә үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
"ВАЗ-2114" автомобиленә идара иткән 18 йәшлек егет ҡаршы килгән "Мазда 3" машинаһына бәрелә. Икенсеһенең руле артында - 26 йәшлек Нефтекама кешеһе. ЮХХДИ мәғлүмәттәренән күренеүенсә, аварияла ғүмере өҙөлгән 18 йәшлек егеттең водитель танытмаһы ла булмаған. Ә сит ил автомобиле водителенең спиртлы эсемлектәр ҡулланғаны асыҡланған, авариянан һуң эстем тип яуап биргән.
Әле ваҡиғаның сәбәптәре тикшерелә.
Водителдәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырабыҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ! Иҫән-һау йөрөгөҙ, яҡындарығыҙҙы ҡайғыға һалмағыҙ, һеҙҙе өйҙә көтөүҙәрен онотмағыҙ!
Фото: "Башинформ".
Автор: Карима Усманова
Читайте нас