Башҡа яңылыҡтар
24 Апреля 2021, 09:13

"Балаларым, ҡайтығыҙ: башҡаса эсмәйем..."

Әсәй һәр осраҡта ла әсәй булып ҡала, бала өсөн ул иң ҡәҙерле һәм яҡын кеше. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йүнһеҙҙәре лә етерлек. Ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙың береһе тураһында бәйән итмәксебеҙ.

Салауат районында булған ул хәл. Бер ҡатынды 2015 йылда дүрт балаһына ҡарата әсәлек хоҡуҡтарынан мәхрүм итәләр. Сәбәбе билдәле – эскелек, ул балаларын ашатмаған һәм йыш ҡына һалҡын өйҙә ҡалдырып киткән.
Һәм бына алты йыл ваҡыт үткәс, ҡатын үҙенең әсә икәнлеген иҫенә төшөргән, ахыры. Ул суд аша балаларын кире ҡайтармаҡсы булған. Әммә 17 йәшлек ҡыҙынан башҡалары уның янына ҡайтыуҙан баш тартҡан...
Ҡатын, башҡаса эсмәйем, кейәүгә сыҡтым, иремдең йортонда йәшәйем, балаларҙы тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, тигән. Әммә балалар уға ышанмаған. Ас һәм өшөп йөрөүҙән ҡурҡып, әсәһенән баш тартҡандар. Бәләкәй улы иһә уның кем икәнлеген дә хәтеренә төшөрә алмаған.
Һөҙөмтәлә суд ҡатындың хоҡуҡтарын тергеҙмәгән. Йәнә шул асыҡланған: әсә кеше ошо йылдар эсендә балалары менән күрешмәгән, шылтыратмаған һәм матди ярҙам күрһәтмәгән.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас