Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
24 Апрель 2021, 19:41

Һауа торошонда ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?

Бөгөн киске сәғәт 8-ҙән төнгө 12-гә тиклем ҙур булмаған һәм урыны менән уртаса яуым-төшөм көтөлә, айырым райондарҙа йәшен булыуы ихтимал.

Төндә көньяҡ-көнсығыштан ел секундына 5-10 метр тиҙлектә, ә көндөҙ көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан секундына 9–14 метр тиҙлектә иҫәсәк. Төндә һауа температураһы +1, +6 градус, көндөҙ +9, +14 градус буласаҡ. Автомобиль юлдарының айырым участкаларына төндә һәм иртәнсәк томан төшәсәк, күреүсәнлек 500-1000 метр тәшкил итәсәк.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостанда буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ел секундына 20 метр тиҙлек менән иҫкән мәлдә ағастарҙы ныҡ эйелдереүе, ботаҡтарҙы өҙгөсләүе ихтимал, уға ҡаршы барыуы ла ауырлыҡ тыуҙыра. Юл буйҙарына ҡуйылған реклама щиттарын алып ташлауы ла бар. Һынған ағастарҙың һәм эре ботаҡтарҙың йорттар ихатаһына, урамдарға юлды быуыуы ихтимал. Шуға ла ошондай һауа торошо ваҡытында һаҡ булайыҡ, балаларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайыҡ.
Фото: "Башинформ".
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас