Даирә
+21 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
23 Апреля 2021, 10:12

Һуғыш ветераны ...янғында һәләк булған

Салауат ҡалаһында янғында 96 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы һәләк булған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ут Богдан Хмельницкий исемендәге урамдың ике ҡатлы йортонда сыҡҡан. Янғынды һүндергәндә фатирҙа кеше кәүҙәһе табылған. Уның 1925 йылғы һуғыш ветераны булыуы асыҡланған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре уны ҡотҡара алмаған. Салауат ҡалаһы буйынса Тәфтиш комитеты ветерандың үлем сәбәбен тикшереүҙе дауам итә, фажиғә урыны өйрәнелә, суд экспертизаһы үткәреү ҡарала, шаһиттарҙан һорау алына.
”Фажиғәгә килтергән бөтә сәбәптәр һәм шарттар ентекле тикшереләсәк,”- тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте.


Автор: Дина Арсланова.
Читайте нас