Сараны район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров асып, барлыҡ йыйылыусыларға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
- Урындағы үҙидара органдарында эшләүселәр - халыҡҡа иң яҡын тороусы власть вәкилдәре, - тип билдәләне Әлфир Фәрхәт улы. - Һеҙҙең иңегеҙҙә социаль-иҡтисади хәлде яҡшыртыу, граждандарҙың йәшәйешендә уңайлы шарттар булдырыу кеүек ҙур яуаплылыҡ һалынған. Урындағы хакимиәттәр хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл советы депутаттары тарафынан юлдар һалыу, һыу һәм газ үткәреү, сүп-сар буйынса мәсьәләләр хәл ителә. Барлыҡ был эшмәкәрлек менән районда 136 муниципаль хеҙмәткәр шөғөлләнә, уларҙың күбеһен ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, - тине ул үҙ сығышында.
Ул ауыл биләмәһе эшмәкәрлегенә ҙур ярҙам күрһәткән муниципаль органдар хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ депутаттарға һәм башҡа әүҙемселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Хеҙмәткәрҙәрҙең күптәре район хакимиәте башлығы Әлфир Сабиров һәм район Советы рәйесе Ринат Шайбәков ҡулынан район һәм республика кимәлендәге наградалар менән бүләкләнде.
Райондың финанс идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвира Хәкимоваға “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” тигән маҡтаулы исем бирелеүе, райондың бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияһы рәйесе Әлфиә Хөснетдинованың БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарының Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе, муниципаль район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Фәрғәт Ҡотлобаевҡа Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған юбилей миҙалы тапшырылыуы байрамға мәртәбә өҫтәне.
Байрамды район мәҙәниәт һарайы артистары һәм һәүәҫкәрҙәре Салауат Әйүпов, Айҙар Мөхәмәтгәрәев, Эльвина Бакирова, Ислам Алдаҡаев, “Егеттәр” һәм “” ансамблдәренең йыр-моңдары, “Далан” һәм “Йондоҙ” өлгөлө бейеү ансамблдәренең осҡон сәсеп торған дәртле бейеүҙәре биҙәне.
Хеҙмәттән бер аҙ арынып…
Шулай уҡ был көндө физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорт фестивале уҙғарылды. Үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре ГТО элементтары индерелгән спорт ярыштарында ла етеҙ һәм сос булыуҙарын күрһәтте. Беренсе урынды муниципаль район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре яулаһа, II урынға - ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, III урынға - ауыл хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре лайыҡ булды, IV урын - муниципаль район хакимиәте – 2, V урын финанс идаралығы хеҙмәткәрҙәренә тәтене.
Бергәләшеп арҡан тартыу һәм “Күңелле старттар” ярышы ла бик ҡыҙыҡлы үтте.
Был көндө уҙғарылған байрам саралары хеҙмәткәрҙәргә көндәлек көсөргәнеште бөтөрөп, бер йылға етерлек яңы көс тупларға ярҙам иткәндер, тип ышанғы килә.
Гөлсәсәк Аласова.
Автор фотолары.