Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
23 Апрель 2021, 15:56

Өфөгә ҡыш “килде”

21 апрель төнөндә Өфөгә ҡыш “килде”. Дөрөҫөн әйткәндә, баш ҡаланың тарихи үҙәгендә ысын буран уйнаны. Быларҙың барыһы ла “Шағир көндәлеге” тарихи фильмын реконструкциялау менән бәйле. Ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан кино индустрияһында бындай масштаблы хәл күҙәтелмәгән.

Шулай итеп, ваҡытлыса ябылған Коммунистик урамды бер төнгә совет осорона ҡайтарҙылар. Автомобилдәр ҙә, биналарҙағы яҙыуҙар ҙа – барыһы ла ошо үткән заманды хәтерләткән.
Рәми Ғарипов тураһындағы тулы метражлы художестволы фильм “Беренсе Республика” трилогияһының аҙаҡҡы өлөшө буласаҡ. Уға “Бабич”, “Беренсе Республика” һәм “Шағир көндәлеге” инә. Был трилогия республиканың арҙаҡлы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә арналған.
Фото: bash.news
Автор: Айһылыу Низамова.
Читайте нас