Даирә
-25 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 09:57

Япон йөҙйәшәренән биш кәңәш

Был кәңәштәргә ҡолаҡ һалыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ. Сәләмәт булайыҡ!

Япон табибы Сигэаки Хинохара 105 йәшкә тиклем йәшәгән. Уны шат күңелле, оҫта ҡуллы, үҙ эшен яҡшы белгән кеше тип хәтерләйҙәр. Һуңғы һулышына тиклем Изге Лука халыҡ-ара дауаханаһында йәшәгән.
Йөҙйәшәрҙең тәүге кәңәше: “күп ашамағыҙ, ҡатмарлы блюдоларҙан баш тартығыҙ, аҙыҡ ябай булырға тейеш. Бер ниндәй диета ла кәрәкмәй, бары аҙ ашарға кәрәк”. Йөҙйәшәр иртән бер сынаяҡ кофе, бер стакан әфлисун һуты һәм һөт менән генә сикләнгән. Төшкө аш мәлендә печенье менән һөт эсергә яратҡан. Ваҡыты булмаһа, төшкө ашты үткәреп тә ебәрә алған. Кискеһен дөгө, балыҡ, йәшелсә аҙыҡтары әҙерләгән, итте аҙнаһына бер тапҡыр ғына ашаған.
Икенсе кәңәше: йәйәү йөрөгөҙ, баҫҡысты тренажер итеп файҙаланығыҙ. Табип мускулдарын күнектерер өсөн көнөнә ике тапҡыр баҫҡыстан күтәрелгән. Ул хәлде ала торған физик күнегеүҙәргә ҡаршы булған.
Өсөнсө кәңәше: күңел асығыҙ! Тормоштан ҡәнәғәтлек кисереү, юмор, бер ниҙән дә ҡурҡмау, асыу тотмау һулар һауалай кәрәк. Музыка һәм хайуандар менән аралашыу, табиптың фекеренсә, стрестан ҡотолоу өсөн иң яҡшы дарыу. Бер кемгә лә кәрәкмәгән әйберҙәрҙе йыймағыҙ.
Дүртенсе кәңәш: тормошоғоҙҙо планлаштырығыҙ, кеше маҡсат ҡуйһа, ул әүҙем тормошҡа ынтылып йәшәйәсәк. Бойоғоп ултырырға ваҡыт юҡ, хатта ауырырға ла. Күңелһеҙ тормош, ҡайғырыу йәнде ҡыя, ҡартайта. Үҙегеҙгә шөғөл табығыҙ.
Бишенсе кәңәш: оҙағыраҡ эшләгеҙ. Кеше ни тиклем иртәрәк пенсияға сыға, шул тиклем иртәрәк, ун йыл эсендә вафат була. Пенсия йәшенә еткәндән һуң кәм тигәндә ун йыл эшләгән кеше әүҙемлеген юғалтмай, уның ауырырға ваҡыты юҡ. Элекке урында эшләргә теләмәһәгеҙ, башҡа шөғөл табығыҙ.
Кешеләргә аралашыу, танылыу, үҙеңдең кәрәклегеңде тойоу бик кәрәк. Яҡындарығыҙға изгелек эшләгеҙ, тәжрибәгеҙ менән уртаҡлашығыҙ, телевизорығыҙҙы һүндереп тороп, тирә-яғығыҙға күҙ һалығыҙ. Башҡаларға ярҙам итеп, һеҙ ҡартлығығыҙҙы, сирҙәрегеҙҙе, проблемаларығыҙҙы артҡа күсерәһегеҙ.
Япон табибының кәңәштәренә ҡолаҡ һалыу бер кемгә лә ҡамасауламаҫ.
Фото: Seyminfo.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Yapon-y-y-sh-ren-n-bish-k--sh-771260/
Читайте нас