Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 12:32
Стәрлетамаҡта притон ойоштороусылар бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы фәхишәлек менән шөғөлләнергә мәжбүр иткән
Стәрлетамаҡта полицейскийҙар енси хеҙмәттәр күрһәтеү притондарын ойоштороусыларҙы тотҡан. Улар бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы фәхишәлек менән шөғөлләнеүгә йәлеп иткән.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 31 һәм 48 йәшлек ике ҡатын, шулай уҡ 26 йәшлек ир 2017-2019 йылдарҙа фәхешханалар ойошторған, улар 10-дан ашыу ҡыҙҙы фәхишәлек менән шөғөлләнеүгә йәлеп иткән, араларында бәлиғ булмаған, шулай уҡ 14 йәше тулмаған ҡыҙҙар бар.
Ябыҡ притонда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре һәм «штраф» системаһы булған. Социаль селтәрҙә, ҡаланың «кәйеф-сафа ҡороу урындарында» енси хеҙмәттәр күрһәтеү тураһында реклама таратылған. Криминаль бизнеста шулай уҡ диспетчер, водителдәр, һаҡсылар эшләгән.
Притондарҙы ойоштороусыларға ҡарата бер нисә енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әлеге ваҡытта тәфтишселәр етерлек дәлилдәр туплаған, шуға бәйле енәйәт эше судҡа ебәрелгән.
https://
www.bashinform.ru/news/1584878-organizatory-pritona-v-sterlitamake-zastavlyali-zanimatsya-prostitutsiey-nesovershennoletnikh/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!