Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 12:08

Радик Юлъяҡшин Ҡауарҙыла ни эшләргә уйлай?

"Бала саҡтан каникулдарҙа өләсәйем эргәһендә ял итергә яраттым..."

Радик Юлъяҡшин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Атайсал” проектында ҡатнашыуын белдергән. Йырсы Ғафури районының Ҡауарҙы ауылындағы шишмәне төҙөкләндереүгә үҙенең өлөшөн индерергә теләй.
“Өфөлә тыуып үҫһәм дә, минең тағы ла бәләкәй тыуған илем бар, ул – Ҡауарҙы. Атай-әсәйем шул төйәктә тыуып үҫкән, уның хаҡында күңелемдә бик матур хәтирәләр йәшәй. Бала саҡтан каникулдарҙа өләсәйем эргәһендә ял итергә яраттым. Ә хәҙер шул ерҙе матурлауға һәм төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем,” - тип яҙа артист.
Йырсының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул шишмә янында беседка яһау һәм тирә-яғын төҙөкләндереү өсөн төп сумманы индерәсәк. Радик Юлъяҡшиндың теләген беҙ ҙә хуплайбыҙ.
Фото:”Горобзор”.
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Radik-Yulya-shin-auar-ila-ni-eshl-rg-uylay-771611/
Читайте нас