Даирә
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
22 Апрель 2021, 09:46
Һәр мәктәп уҡыусыһына – 10-ар мең һум!
Был турала Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе барышында әйтте.
Алдан хәбәр итеүебеҙ буйынса, бөгөн ил Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Һәр ваҡыттағыса, унда социаль мәсьәләләр һәм халыҡҡа ярҙам төрҙәре тураһында ла һүҙ булды. Уларҙы иң мөһиме - бәләкәй балалары булған ғаиләләргә ярҙам. Был юлы яҡшы яңылыҡ ғаиләлә мәктәп уҡыусылары булған ғаиләләргә ҡағылды.
Владимир Владимирович белдереүенсә, һәр мәктәп уҡыусыһына бер тапҡыр 10 мең һум аҡса түләнәсәк. Был ярҙам сараһы быйыл саҡ беренсе класҡа барасаҡ балаларға ла ҡағыла. Улар был аҡсаны август урталарында аласаҡ, тап мәктәпкә әҙерләнер мәлдә.
Фото:
koronavirus.center
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/r-m-kt-p-u-iusi-ina--10-ar-me--um-770673/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!