Даирә
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 14:44
Һәүәләйҙә парк төҙөкләндерелә
26 апрелдә ҡырмыҫҡалылар үҙҙәренең күңеленә оҡшаған проект өсөн тауыш бирә ала.
Заман үҙенең талаптарын ҡуя, һәм уларға ярашлы, йәмәғәт биләмәләрен тәртипкә килтереү дауам итә. Был йәһәттән 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы ярҙам итә.
Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда төҙөлөш эштәре башланған биләмәләрҙең береһе – Һәүәләй ауылындағы Еңеү паркы. Бында уңайлы ял зонаһы булдырыу йәһәтенән тәүге “аҙымдар” биш йыл элек яһалғайны. 2016 йылда биләмәлә халыҡтың башланғысы менән барлыҡҡа килгән тәүге объект спорт майҙансығы булды. Тағы ла өс йылдан территорияны комплекслы үҫтереү маҡсатында резина япмалы йүгереү юлы һалынды, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары, яҡтыртҡыстар ҡуйылды.
Парктағы эште киләһе йыл тамамлау күҙаллана. Әле иһә йөкмәткеһе буйынса бер-береһенән айырылып торған ике дизайн-проект төҙөлгән. 26 апрелдә ҡырмыҫҡалылар үҙҙәренең күңеленә оҡшаған проект өсөн тауыш бирә ала.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://admkarm.bashkortostan.ru/presscenter
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/88676
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/l-y--park-t--kl-nderel-767394/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!