Даирә
-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
19 Апрель 2021, 14:38

Еңеү көнө саралары билдәләнде

Быйыл рәсәйҙәрҙең иң яратҡан байрамы нисек үтер? Әҙерлек бөгөндән ныҡлы бара.

Оҙаҡламай Рәсәй халҡының иң яратҡан байрамы – Бөйөк Еңеү көнө етә. Башҡортостан быйыл уны нисек билдәләр? Ул турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова һөйләне.
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 22922 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һәм унда ҡатнашып һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаһы йәшәй. Улар араһында 493 кеше һуғышта ҡатнашҡан, 198 инвалид, 84 кеше “Блокадалы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгән, 6332 ҡатнашсының тол ҡатыны, 15733 тыл хеҙмәткәре һәм 91 элекке бәлиғ булмаған концлагерь тотҡоно бар.
Ленара Иванова белдереүенсә, бөтә һуғышта ҡатнашҡан кешеләрҙе Еңеү көнө айҡанлы өйҙәрендә ҡотлаясаҡтар йәки байрам сараларына саҡырасаҡтар. Ҡарттар йорттарында йәшәгән ветерандар өсөн шәхси ҡотлау ойоштороласаҡ.
– Бөгөн социаль хеҙмәткәрҙәр 162 кешене хеҙмәтләндерә. Хөкүмәт ҡарары менән хеҙмәтләндерелеүсе кешеләр һаны артасаҡ, унда блокадалы Ленинградта йәшәгәндәр һәм элекке концлагерь тотҡондары ла инәсәк. Был тағы 163 кеше, – тине ул.
Байрам сараларына килгәндә, улар быйыл күп булмаҡсы. Йола буйынса, тәүҙә Өфөләге Еңеү паркына сәскә һалынасаҡ. Октябрь проспектында мең ярымдан ашыу кеше ҡатнашҡан парад көтөлә. Ҡунаҡ трибуналарына йөҙ һуғыш ветераны саҡырыласаҡ.
– Был көндәрҙә хәрби техника күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ. Техника Рус дәүләт академия драма театры алдындағы майҙансыҡта ҡуйыла. Унда Алкино ҡораллы бригадаһында торған хәрби техника, ретро-автомобилдәр һәм Бөйөк Ватан һуғышы заманынан техника күрһәтеләсәк. Шулай уҡ Красногорск ҡалаһындағы Вадим Задорожный исемендәге техника музейынан да машиналар килтереләсәк, – тине министр.
Быйыл “Үлемһеҙ полк” йөрөшө лә булыр тип күҙаллана. Ул ике форматта – офлайн һәм онлайн үтәсәк. Өфөлә генә 150 мең, ә республикала 400 мең самаһы кеше ҡатнашыр тип көтөлә.
– Быйыл беренсе тапҡыр “Үлемһеҙ полк” коллонаһы башында Бөйөк Ватан һуғышы фронттары штандарттары һәм республика биләмәһендә формалашҡан хәрби подразделениеларҙың хәрби байраҡтары барасаҡ, – тине Ленара Иванова.
Республикала “Мин барам” тип аталған проект эшләйәсәк. Билдәле кешеләр республиканы йөрөштә ҡатнашырға саҡырасаҡ.
Байрам көнө баш ҡалала салют менән тамамланыр тип күҙаллана. Ул ике урында: Ленин исемендәге майҙанда һәм УМПО һарайы майҙанынан ебәреләсәк.
Фото: mkset.ru
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/E-e-k-n-saralari-bild-l-nde-767523/
Читайте нас