Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
17 Апрель 2021, 11:04

“Мин ниңә кешегә бурысҡа аҡса бирмәйем?”

Юғары уҡыу йортонда белем алған йылдар күптән артта ҡалды инде. Тик бына ул осорҙағы хәл-ваҡиғалар ғына ара-тирә хәтергә төшкөләй. Йәнә был хәтирәләрҙе курсташтар, бер үк осорҙа белем алғандар менән осрашып һөйләшеү яңыртып ебәрә.

Беҙҙән бер йәшкә олораҡ Тәнзилә икенсе факультетта белем алғайны. Тик ул, күп кенә тиҫтерҙәренән айырмалы, уҡыу менән бер рәттән, эшләп тә өлгөрә ине. Шуға ул бер ҡасан да аҡсаға мохтажлыҡ кисермәне. Хәҙер ҙә ҡатын районда етеш донъя көтә.
Бер осрашҡанда Тәнзилә менән үткәндәр хаҡында һөйләшеп алдыҡ. Юғары уҡыу йортонда белем алған осор хаҡында һүҙ сыҡҡанда: “Иҫләйһеңме Рәмзиләне?” – тип һораны. “Ҡапыл ғына хәтергә төшмәй”, – тип яуап бирҙем. “Теге аҡса алып торғайны бит әле минән”, – тине.
...Студент саҡта Тәнзиләнең ауылда йәшәгән атаһы ныҡ ауырый ине. Шуға ҡыҙ, уҡыуҙан тыш, ата-әсәһенә матди йәһәттән ярҙам итеү, атаһы дауаланһын өсөн аҡса табыу маҡсатында хатта ике урында эшләне. Шулай итеп, бер мәл танышым эш хаҡын алған ваҡытта Рәмзилә килеп инә һәм үҙе менән булған аяныслы хәл-ваҡиғалар хаҡында илап һөйләп, ышандырып, ай аҙағына тиклем ҙур сумма аҡсаны бурысҡа алып тора. Баҡтиһәң, аҙаҡ уның был аҡсаны ҡиммәтле косметикаға туҙҙырыуы асыҡлана, бурысын да бик һуң ҡайтара.
“Ошо хәл дә мине туҡтатманы бит. Икенсе тапҡыр, университетты тамамлағандан һуң, ул мине үҙ эшен асып ебәреү өсөн кәрәкле аҡса алыу өсөн банкта поручитель булыуымды һораны. Һәр ваҡыттағыса, үҙен йәлләтте, тормошоноң ауыр икәнлеге хаҡында илап һөйләне. Һәм мин ризалаштым. Тик аҙаҡ ҡына ныҡ хаталанғанлығымды аңланым. Баҡтиһәң, ул кредит аҡсаһын түләмәгән һәм был хаҡта миңә лә әйтмәгән. Аҙаҡ Рәмзилә алған аҡсаны минән түләттереүҙе һорап йөҙәттеләр, фатирымды ла тартып алмаһындар өсөн туған тейешле кешегә яҙҙырып торҙом. Ул ваҡыттағы ыҙалауҙарым...” – тип һөйләне Тәнзилә.
Шунан ул: “Хәҙер мин бер кемгә лә бурысҡа аҡса бирмәйем”, – тине. Ә һеҙ бурысҡа бирәһегеҙме? Ғөмүмән, был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
Айһылыу Низамова
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас