Көҙөн туңға ҡаҙып ҡалдырылған түтәлдәрҙе (ғәҙәттә, апрелдең икенсе яртыһында) тырмалап сығырға. Шунда уҡ органик һәм минераль ашламалар керетергә һәм унда ниндәй культуралар сәселәсәген иҫәпкә алып, һайыраҡ итеп ҡабат ҡаҙып сығалар, шул ук ваҡытта ашламалар ҙа күмдерелә.
Тупракты эшкәртеү менән үк кишер, петрушка, укроп, редис, салат, шпинат, борсаҡ, аш сөгөлдөрө, киләһе йылда ултыртыу өсөн һуған орлоғо сәсәләр, һарымһаҡ, иртә өлгөрөшлө аҡ башлы кәбеҫтә ултырта башлайҙар.