Даирә
+24 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
16 Апреля 2021, 04:30

Тормошобоҙҙоң маяғы

Был донъяла шундай кешеләр була: улар тормош һуҡмағынан тыныс ҡына атлайҙар, артыҡ мин-минләнмәйҙәр, әммә уларҙың күңел матурлығы, кешелеклеге, итәғәтлелеге әллә ҡайҙан бәрелеп тора. Беҙең ҡәҙерле кешебеҙ Мансур Нәсибулла улы Ғәлиев та нәҡ шундайҙарҙан. Ул беҙҙең өсөн хәстәрлекле атай, олатай, эш тип йән атыусы ир-уҙаман, тормош юлында осраған һәр кемдә яҡшылыҡ күрә белеүсе оло йөрәкле кеше.

Атайыбыҙ 1956 йылда Абдулла ауылында донъяға килә. Иҫке Бәпес ауылындағы урта мәктәпте тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын фермала башлай. Һуңынан сират әрме хеҙмәтен үтәүгә етә - ил алдындағы бурысын үтәп ҡайта. Артабан уҡып, тракторсы һөнәрен ала һәм тағы ул ваҡыттағы К.Маркс колхозында эш башлай. Ошо йылдарҙа үҙенең мөхәббәтен осрата - әсәйебеҙ, Бишауыл-Уңғар ауылы ҡыҙы Мөнирә Ғәлимйән ҡыҙы менән ҡауышып, ғаилә ҡоралар. Бәхетле миҙгелдәр башлана: эш, ғаилә, сәхнә… Эйе, береһе – колхозда, икенсеһе ауыл мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып ең һыҙғанып эшләһәләр ҙә, ҡәҙерлеләребеҙҙең ауылдың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәргә лә ваҡыттары етә: сәхнә түрҙәрендә моңло итеп йырлайҙар, спектаклдәрҙә ҡатнашалар, атайыбыҙ өҙҙөрөп баянда уйнай. Уның ауыл клубында 11 йыл буйына алыштырғыһыҙ Ҡыш бабай булыуын ауылдаштар әле лә иҫкә ала. Әсәйебеҙ менән беҙгә бәхетле бала саҡ бүләк иттеләр улар, бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әсәйебеҙҙең ғүмере генә ҡыҫҡа булды: 5 йыл элек беҙҙе ҡалдырып, баҡыйлыҡҡа күсте. Эйе, юғалтыуҙарҙы күп кисерергә тура килә ғаиләбеҙгә: апай-һеңеләребеҙ Таңһылыу һәм Таңсулпан ҙа ваҡытһыҙ фани донъяларға донъяларға күсә. Урындары ожмахта булһын ҡәҙерлерәребеҙҙең…
Атайыбыҙҙың рухи яҡтан ныҡлы булыуына, ауырлыҡтар алдында бирешмәүенә һоҡланабыҙ. Ул заманында, алдынғы тракторсы, сөгөлдөрсө, комбайнер булараҡ, һәр ваҡыт Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премиялар менән бүләкләнә, ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә бронза миҙалға лайыҡ була. Әле лә, хаҡлы ялда булһа ла, эштән айырылмай: Ауырғазы районына йөрөп, баҫыу эштәрендә ҡатнаша. Һәр эштән йәм табып, уны матур итеп, еренә еткереп башҡара атайыбыҙ, малдарын да бала кеүек итеп ҡарай, баҡсала емеш-еләк үҫтерә. Ваҡытлы матбуғат алдырып уҡырға бик ярата, ейән-ейәнсәрҙәренә лә, гәзит-журнал уҡып үҫегеҙ, телебеҙе онотмағыҙ, тип “Аманат” журналын алдыра.
Ошо көндәрҙә атайыбыҙ Мансур Нәсибулла улы 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо ғүмер байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙәге ихлас рәхмәт һүҙҙәрен һәм изге теләктәребеҙе еткерәбеҙ.
Киләсәктә лә күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Иҫән-һау ғына булып, һөйөнөс-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға, аҡҡа һыуҙарға һоҡланып, балаларыңдың изгелек-хәстрәлеген күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һинең изге күңелең, шат йөҙөң беҙҙең тормошобоҙҙо маяҡ булып яҡтыртып торһон. Беҙ һине сикһеҙ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ - һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.

Ҡотлау менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәң.
Читайте нас