Даирә
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
15 Апрель 2021, 12:28
Зыярат янған
Аяныслы хәл Туймазы районының Райман ауылында теркәлгән.
Кисә киске сәғәт 7-ләр тирәһендә Туймазы районы Райман ауылының зыяратында янғын сыҡҡан. Был хаҡта "Туймазы хәбәрҙәре" баҫмаһы яҙған.
Шаһиттар янғындың видеоһын социаль селтәрҙәрҙә таратҡан. Унан күренеүенсә, "ҡыҙыл әтәс" шаҡтай ҡотора, ҡоро үлән, ағастар яна. Елдең көслө булыуы уттың тиҙ таралыуына булышлыҡ итә.
Янғындың ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында килеп сығыуы мөмкин тип фаразлана.
Билдәле булыуынса, былтыр төбәк Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда Иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө тип иғлан итеү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Быйыл ул 3 майҙа буласаҡ. Тимәк, тиҙҙән күп халыҡ мәрхүмдәрҙең мәңгелек йортон тәртипкә килтереү, уларҙы иҫләү, ҡәберлектәрн таҙартыу маҡсатында зыяраттарға барасаҡ. Йыйылған сүп-сарҙы яндырмағыҙ, үҙегеҙ артынан тәмәке төпсөгө ҡалдырмаһағыҙ ине. Бер бөртөк шырпынан да ҡот осҡос янғын булыу ихтималлығын онотмағыҙ!
Фото: "Туймазинский вестник" сайтынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ziyarat-yan-an-762710/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!