Ә әлегә аграрийҙар мөһим кампанияға әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Түбәнге Төкөн ауылындағы “Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужалығының машина-трактор оҫтаханаһында ла эштәр һис тынмай. Һәр бер техника ҡасан да булһа сафтан сыға. Бигерәк тә ауыл хужалығы техникаһын ваҡытында ҡарарға һәм төҙәтергә кәрәк. Хужалыҡ уңғандары яҙғы баҫыу эштә рендә ҡатнашасаҡ сәсеү агрегаттарын, тағыл маларҙы, тырмаларҙы, культи ва торҙарҙы, тракторҙарҙы ремонтлау менән шөғөлләнә. Ике “Т-150”, 3 “Беларусь”, 1 “КамАЗ” һәм башҡа техникаға үҙ көстәре менән капиталь ремонт уҙғарылған, улар тулыһынса әҙер.
Механизаторҙар Рәмил Намаҙғолов, Фәтих Үтәков, Ғәзим Байгубаков, Азат Бикҡу жин, Фәнис һәм Нәзим Сурбаевтар үҙ бурыстарын иғтибар менән үтәргә тырыша, сөнки бөгөн башҡарған эштә ренең һөҙөмтәһе сәсеү, мал аҙығы әҙер ләү, урып йыйыу ваҡытында күренәсәк.
- Техника-агрегаттарҙы ремонтлауға яңы йыл каникулдары тамамланғас та тотондоҡ. Алмаш частар һәм ремонт ма териалдарына ҡытлыҡ булманы. Хужа лыҡ механигы Вәғиз Бикташев ре монт эштә ренең график буйынса барышын күҙәтеү аҫтында тота. Киләсәккә ыша ныслы ҡарау йәһәтенән яңы техника ла алырға ниәт ләй беҙ. Яҙғы баҫыу эштәрен ваҡы тында үткә рербеҙ, тип өмөт ләнәбеҙ,- ти Илнур Ишемғолов.
“Ҡормаева” крәҫтиән-фермер хужа лы ғының быйыл дөйөм сәсеүлек майҙаны 1500 гектар тәшкил итә. Унда ужым бой ҙайы, ярауай культуралар, арыш үҫте релә. Орлоҡ тар әҙер, минераль ашламалар алынған. Көҙҙән 426 гектар ерҙә арыш, ужым бойҙайҙары сәселгән дә инде.
Яҙғы көн йылды туйҙыра, ти халыҡ мә ҡәле. Аграрийҙар ҙа һәр көндө һөҙөм тәле уҙғарырға тырыша, сөнки баҫыу сылыҡ һәр эште ваҡытында башҡарыуҙы ярата, һуң лағанды өнәмәй. Иң мөһиме, тырыш лыҡ тары бушҡа китмәһен, өмөт тәре аҡланһын һәм көҙгө муллыҡтар һөйөндөрөрлөк бул һын.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.