Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 06:05
Премияға кемдәр дәғүә итер?
Эштәр 1 июлгә тиклем ҡабул ителә.
Башҡортостанда 2019 һәм 2020 йылдарға әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияларына эштәр ҡабул ителә башланы.
Премияға түбәндәгеләр дәғүә итә ала:
– сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәре (тәҡдим ителгәнгә тиклем кәмендә бер йыл алдан халыҡ иғтибарына сығарылған);
– әҙәби, әҙәбиәт һәм сәнғәт ғилеме әҫәрҙәре (матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң);
– музыка, театр, һынлы, хореография, эстрада һәм цирк сәнғәте, дизайн, кино һәм телевидение өлкәһендәге әҫәрҙәр (концертта, күргәҙмәлә, театрҙа, радио һәм телевидение аша киң таныштырғандан һуң).
Ижади йәки башҡа коллективтарҙы тәҡдим иткәндә, дәғүәселәр һаны биш кешенән (16 – 35 йәшлектәр) артмаҫҡа тейеш.
Эштәр 1 июлгә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 24-се бүлмә, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының һәләтле йәштәргә һәм йәштәрҙең башланғысына булышлыҡ итеү бүлеге.
Кәрәкле документтар менән
https://mmps.bashkortostan.ru/activity/24733/
һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин.
Фото: bashinform.ru/news
Сығанаҡ: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Premiya-a-kemd-r-d---iter-759734/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Новости 2
Звезда башкирской эстрады Элвин Грей чудом избежал гибели на трассе М-12
В столице Башкирии готовятся к двум масштабным культурным событиям
Внимание, аграрии: Шведская муха атакует!