Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 10:24

Ҡайҙа ташҡын ҡотора?

Бындай хәлдең күптән булғаны юҡ ине, шуға ла халыҡ аптырашта ҡалды.

Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы ҡарҙың тиҙ иреүенә һәм йылғаларҙа һыуҙың күтәрелеүенә булышлыҡ итте. Йүрүҙән йылғаһында һыу бер тәүлектә 2,18 метрға тиклем ҡалҡҡан. Һөҙөмтәлә кисә Салауат районының Илтәй, Сулпан, Малаяҙ, Ҡалмаҡтар ауылдарына һыу ингән. Республика идара итеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Сулпан ауылынан Регина Ғарипова ауылды һыу баҫыуы, эшкә, балалар баҡсаһына, мәктәпкә бара алмауҙары хаҡында хәбәр иткән. Видеояҙмала ауылдың һыу эсендә ултырғаны күренә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Йүрүҙән йылғаһында һыу кимәле 490 сантимерға еткән. Һөҙөмтәлә 23 йорт биләмәһен һыу баҫҡан, унда 23 кеше йәшәгән, шул иҫәптән бер бала. Кешеләрҙе эвакуациялағандар. Сулпан пансионатындағы һәм “Янғантау” шифаханаһының алты корпусын һыу баҫҡан. 76 ял итеүсе, шул иҫәптән 20 хеҙмәткәр Янғантау ауылындағы ҡалҡыулыҡта урынлашҡан 7-се корпусҡа күсерелгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, тығындар бөткән, һыу кәмегән, халыҡ йорттарына ҡайтҡан.
Шулай уҡ кисә иртәнге сәғәт 10-дар тирәһендә Белорет районының Асы ауылын һыу баҫа башлай. Ауыл эргәһенән терәлеп Инйәр йылғаһы аға. Әле йылғала боҙ китә. Видеояҙмала күренеүенсә, боҙ тығылыуы һөҙөмтәһендә ошондай көтөлмәгән хәл килеп тыуған. Һыу ауыл урамдарын баҫҡан.
Әйтергә кәрәк, бындай хәлдең күптән булғаны юҡ ине, шуға ла асылар өсөн был көтөлмәгән күренеш. Шул көндө үк Асы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Венер Йосопов менән бәйләнешкә индек, ул хәл бик ҡатмалы булыуын раҫланы. Ауылда 19 йорт һыу аҫтында ҡалған.
“Урындағы хакимиәт көсө менән халыҡты эвакуациялау башланды. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының Төбәк эҙләү-ҡотҡарыу отряды ҡотҡарыусылары халыҡҡа ярҙам күрһәтеү һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында ярҙамға юлға сыҡты”, – тип хәбәр итте ведомство. Әле юғары әҙерлек режимы һаҡлана.
"Төндә Бишбүләй районының Аҙнай ауылында һыу ҡайта башланы. Уяҙы йылғаһындағы гидрологик пост иртәнсәк 278 сантиметр күрһәтте. Һыу кимәле 162 сантиметрға тиклем ҡайтты, төндә - 57 сантиметрға. Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһында ҡотҡарыусылар эшенең тамамланыуы тураһында ҡарар ҡабул ителәсәк. Егеттәр инде өс көн Аҙнайҙа йәшәй һәм эшләй. Артабан үҙ көсөбөҙ менән хәл итәсәкбеҙ. Кәрәк булғанда, тағы ла килә алалар", - тип белдергән социаль селтәрҙә Бишбүләк районы хакимиәте башлығы Артур Зарипов.
Дим йылғаһы ҡапыл таша башлаған һәм төндә 50 сантиметрға күтәрелгән. Бишбүләк районының Айыт ауылында һыу кимәле 470 сантиметр. Бикҡол ауылына һыу инә башлаған. Әле мал-тыуарҙы, техниканы ҡалҡыулыҡҡа сығаралар.
Иҫкәртеүҙәренсә, 15 апрелдән 3 майға тиклем йылғаларҙың ныҡ ташыуы көтөлә. Шуға ла һәр кем уяулыҡты юғалтмаһын ине, көтөлмәгән хәл килеп тыуғанда 112 телефонына шылтырата алаһығыҙ.

Фото: @mchsrb.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас