Былтыр билдәле сәбәптәргә бәйле Башҡортостанда балаларҙың йәйге ялы тейешенсә ойошторолманы. Быйыл иһә 27 марттан алып ошо йәһәттән тейешле ойошмалар үҙ эшен яңырта. Был турала оператив кәңәшмәлә республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе.
Йәйге ялды ойоштороу мәсьәләһе буйынса ведомство-ара комиссия муниципалитеттарҙа был эш нисек барыуын тикшергән, быйылға хаҡтарҙы раҫлаған. Ҡала ситендәге лагерҙа ул көнөнә 902,4 һум һәм мәктәп яны лагерында 120,3 һум тәшкил итәсәк.
"Ошоларҙан сығып, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, быйыл балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһын үткәреү өсөн консолидацияланған бюджет ике миллиард һум самаһы тәшкил итәсәк, – тине министр. – Яҙғы каникулдар ваҡытында 317 мәктәп яны һәм һигеҙ ҡала ситендәге лагерь эшләне. Был осорҙа 21194 бала ял итте. Унда #КаникулыДетиБашкортостана тип аталған проектты тормошҡа ашыра башланыҡ".
Илеш районындағы “Орленок” балалар һауыҡтырыу лагерында яҙғы каникулдар ваҡытында “Урал батыр тоҡомдары” тип аталған спорт-һауыҡтырыу сменаһы эшләгән. Был лагерҙың майҙансығы спорт ҡорамалдары менән йыһазландырылған, артабан унда спорттың бер нисә төрө буйынса күнекмә йыйылмалары үткәреү планлаштырыла.
Әлеге ваҡытта йәйге ялға әүҙем әҙерлек алып барыла. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ковид талаптарын иҫәптә тотоп, 2385 ҡала ситендәге, мәктәп яны, хеҙмәт һәм ял лагерҙары эшләйәсәк. Шулай уҡ аҙ сығымлы 3486 ял сараһы үткәреү планлаштырыла. 2021 йылда 319 мең баланы ял иттереү күҙаллана.
Республика реестрында 12 апрелгә ҡарата санэпидем ҡарары булған 1161 лагерь иҫәпләнә. Быйыл унда ковидҡа бәйле тәртиптәр инәсәк. Хәҙер ҡала ситендәге стационар лагерҙарҙы 50 түгел, 70 процентҡа тултырырға рөхсәт ителә. Шулай уҡ балаларҙы Башҡортостандан ситтәге лагерҙарға ла ебәреү мөмкин булды.
Йәйге ял ваҡытында балалар ял менән бергә ҡыҙыҡлы проекттарға ла йәлеп ителәсәк. Мәҫәлән, профилле сменалар үткәреү ҡаралған, улар хәүефһеҙлеккә, спорт әҙерлегенә, насар ғәҙәттәрҙе иҫкәртеүгә ҡағыласаҡ. Шулай уҡ лидерлыҡ, космонавтика, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа йүнәлештәр буласаҡ.
"Төп бурыс – балаларҙы мөмкин булғанса хәүефһеҙ шарттарҙа ял иттереү. Был мәсьәлә барлыҡ яуаплы министрлыҡтар һәм ведомстволарҙың, муниципалитет башлыҡтарының даими контролендә", – тине Айбулат Хажин.