Даирә
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 11:06

Быйыл һабантуйҙар булырмы?

Былтыр байрам коронавирус арҡаһында кисектерелгәйне...

Яҙ, сәсеү эштәре тамамланғас, республикала йыл һайын гөрләп һабантуйҙар үтә ине. Былтыр, билдәле сәбәптәр арҡаһында был байрам ойошторолмағайны. Быйыл эштәр нисек торор икән? Был турала оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров үҙ фекерен әйтте.
– Әгәр барыһы ла яҡшы булһа, быйыл һабантуй үткәрәсәкбеҙ. Тик уларға алдан әҙерләнергә кәрәк. Әлегә ныҡлы ҡарар юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Минең хакимиәт тарафынан был байрамды нисек үткәреү тураһында тәҡдимдәр бар. Алдағы йылдарҙа айыҡ һабантуй үткәреү идеяһы күптәрҙә кире ҡараш тыуҙырғайны. Ә аҙаҡ күптәр бының өсөн рәхмәт әйтте. Шуға күрә быйыл, әгәр булһа, нисек үткәреү тураһында уйлар кәрәк.
Республика Башлығы сараны хәүефһеҙ үткәреү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә һәм коронавирус буйынса хәлде даими күҙәтеп барырға ҡушты.
Фото: novyjgod.com
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Biyil-abantuy-ar-bulirmi-758159/
Читайте нас