Бөтә яңылыҡтар
Башҡа яңылыҡтар
10 Апрель 2021, 17:03

Ат машинаға һикергән...

Был ҡурҡыныс ваҡиға Баймаҡ районының Ҡуянтау ауылы эргәһендә булған, тип хәбәр итәләр социаль селтәрҙә.

Автоприцепта алып барылған ат юлға һикергән һәм автомобилдең быялаһын ватҡан. Шаһиттар билдәләүенсә, малды эргәнән үтеп барған “КамАЗ” машинаһы өркөткән. Шуға ул алға ынтылған һәм үҙен алып китеп барған еңел машинаның артҡы тәҙрәһен ватып барып ингән.
Шуныһы һөйөнөслө; әле мал үҙен яҡшы тоя, тип тынысландырған социаль селтәрҙәге халыҡты ат хужаһы Альфред Хөсәйенов. Әле бер йәше лә тулмаған малдың танауы ғына бер аҙ сыймаҡланған.
"Ҡыҫҡаһы, тай имен-һау, сабып йөрөй. Машинаның быялаһын алмаштырҙым инде. Шуға таралығыҙ, “кино” булмаясаҡ", – тип яҙған мал хужаһы.
Һәр хәлдә, был ваҡиға башҡаларға һабаҡ булһын, һәр саҡ иғтибарлы, һаҡ булайыҡ.
Фото һәм мәғлүмәт: vk.com/sibay_avto
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас