Яҡыныбыҙ! Һине ошо күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Гел шулай матур, күркәм, әүҙем булып ҡал. Хоҙай һиңә ныҡлы һаулыҡ бүләк итһен, ҡайғы-хәсрәттәрҙән һаҡлаһын, яныңда гел терәк-таяныс булырлыҡ яҡындарың булһын. Бәхеттә, шатлыҡта, иҫәнлектә, һаулыҡта ҡыуанып йәшә лә йәшә!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Килер көндәр бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен Һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән туғаның Римма һәм беҙҙең ғаилә.
(Яңы Бәпес ауылы).