Даирә
+30 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
7 Апреля 2021, 11:19

Спорт - сәләмәтлек нигеҙе

Ҡырмыҫҡалы ауылының Аҡкүл паркында Бөтә донъя Сәләмәтлек көнө уңайынан “Сәләмәтлек көнө” уҙғарылды.

Бөтә донъя Сәләмәтлек көнө 1948 йылдың 7 апреленән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы барлыҡҡа килгән көндән үткәрелә. Ҡырмыҫҡалы ауылының Аҡкүл паркында ошо көнгә арналған “Сәләмәтлек көнө” уҙғарылды. Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу ғәҙәти күренешкә әйләнде, кеше хәҙер һаулығына битараф түгел, ныҡлы иғтибар итә башланы.
Сәләмәтлек көнөндә махсус ҡунаҡтар - Эльмира Сәхипова, Миңлеғәле Абдуллин һәм С.М.Чугункин исемендәге, 2-се Ҡырмыҫҡалы мәктәптәре, Ҡырмыҫҡалы гимназияһы уҡыусылары, спорт һөйөүселәр ҡатнашты. Сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға арналған сараларҙа төрлө спорт ярыштары ойошторолдо.
Аҙағын гәзит биттәренән уҡырһығыҙ.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Читайте нас