Районда хәрби комиссариат 1938 йылда Ҡырмыҫҡалы ауылында ойошторола. Бе рен се комиссары итеп политрук Иван Ива нович Погребняк тәғәйенләнә, төп штатты Ҡыҙыл Армияның запастағы офицерҙары тулыландыра.
2006 йылдан райондың хәрби комис са риаты Ҡырмыҫҡалы һәм Архангел район да рының хәрби комиссариаты тип үҙгәр те лә. 2013 йылда үҙгәртеп ҡороуға бәйле хәрби комиссариат Башвоенкоматтың Ҡырмыҫ ҡалы һәм Архангел райондары буйынса бүлеге статусын алды. 2004 йылдан алып ошо хәрби ойошма менән подполковник Ринат Нуртдин улы Ғималов етәкселек итә. Белемле, талапсан етәксе коллектив менән уртаҡ тел табып, комиссариатты алдынғы позицияларға сығарыу өсөн күп көс һала.
- Беҙҙең хәрби комиссариат иң ҡатмарлы осорҙа район тормошонда мөһим роль уйнаған. 1941-1945 йылдарҙа хәрби комис сариат тарафынан Ҡыҙыл Армия сафтарына 12053 кеше оҙатылған.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫ ҡа лы, Боҙаяҙ һәм Архангел хәрби комис са риаттары илебеҙҙе һуғыштан һуңғы еме релектәрҙән тергеҙеүҙә, демобилизация лан ған һалдаттарҙы тыныс тормошҡа ҡай та рыуҙа, һуғыш инвалидтары, һәләк булыу сыларҙың һәм эҙһеҙ юғалыусыларҙың ғаи лә һенә ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашалар. Хеҙ мәткәрҙәр эҙһеҙ юғалғандарҙың яҙмыш тарын тергеҙеү, һәләк булғандарҙың исем дәрен мәңгеләштереү, батырлыҡтары өсөн тапшырылған наградаларҙың эйәләрен эҙләп табыу һәм тапшырыу буйынса бик күп эштәр ойошторола. Райондың 100-ҙән ашыу хеҙмәткә саҡырылыусыһы Афғанстан Рес пуб ликаһында хеҙмәт итә, ә 31 кеше Чер нобыль АЭС-ындағы авария һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә үҙ өлөшөн индерә, 130-ҙан ар тыҡ Ҡырмыҫҡалы егете Чечен респуб ли каһындағы операцияларҙа үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә, - ти Ринат Нуртдин улы.