Даирә
+25 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
5 Апреля 2021, 09:31

Димдәге ковид-госпиталь ябыла

Республикала муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында сирләгәндәр һаны арта башлауы теркәлгән.

Башҡортостанда коронавирус менән сирләй башлаған кешеләр һаны яйлап булһа ла кәмей. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һөйләне. Һуңғы тәүлектә сирҙе 103 кеше йоҡторған, дөйөм алғанда был диагноз 32881 кешегә ҡуйылған.
Сирлеләрҙең 3931-е амбулатор рәүештә өйҙәрендә дауалана, 214 кеше – дауаханала. Дүрт кешенең хәле ауыр. Һуңғы тәүлектә 122 кеше һауығып сыҡҡан. Бөтәһе сирлеләрҙең 86,2 проценты һауыҡҡан.
Максим Забелин белдереүенсә, 1 апрелдән алып Өфөләге Дим биҫтәһендәге дауахана коронавирус менән сирлеләрҙе ҡабул итеүҙе туҡтатҡан.
– Димдәге дауахана планлы эшенә күсергә әҙерләнә. Әле бында ковид өсөн урындарҙың 30 проценты буш тора. Бөгөн республикала ковид-сирлеләр өсөн дөйөм урындар һаны 1668-ҙе тәшкил итә, уларҙың 90 проценты тулған, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Димдәге дауахана тураһында йылы һүҙҙәрен әйтте.
– Был дауахана республикала тәүгеләрҙән булып ковид-госпитәлгә әйләнеп торғайны. Күп кешене һауыҡтырыуҙа ҡатнашты. Беҙ уға һәм табиптарға рәхмәт әйтәбеҙ, - тине ул.
Республикала вакцинация буйынса ла эш дауам итә. Коронавирустан барлығы 183692 доза вакцина килгән. 151180 кеше уның беренсе компонентын һалдырған. Был кешеләрҙең 62 меңе – 60 йәштән өлкән кешеләр. 102209 кеше икенсе компонентты ла һалдырған.
Радий Хәбиров белдереүенсә, Башҡортостанда коронавирус менән чиновниктар һәм дәүләт хеҙмәткәрҙәре йышыраҡ сирләй башлаған.
– Мин көн һайын сирләгән кешеләр тураһында мәғлүмәт алып торам. Муниципаль учреждениелар, хакимиәт һәм дәүләт ойошмаларында сирләй башлағандар буйынса етди үҫеш бар, – тине ул. – Муниципалитет башлыҡтарына был хәлде контролгә алырға, санитар нормаларҙы үтәүгә етдирәк ҡарарға кәрәк. Кәрәк икән, вакциналар һанын арттырасаҡбыҙ. Тик беҙгә эшләр өсөн кешеләр кәрәк.
Максим Забелин белдереүенсә, муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 18 процент самаһы прививка яһатҡан.
Радий Хәбиров ҙур предприятиеларҙа ла вакцинацияны арттырға ҡушты.
Фото: proural.info
Автор: Альфия Мингалиева
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Dimd-ge-kovid-gospital-yabila-747948/
Читайте нас