Даирә
+21 °С
Болотло
Башҡа яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 10:50

Бөгөн - Халыҡ-ара аш көнө

Беҙҙең илдә иң киң таралған аштар - борщ, щи һәм туҡмаслы тауыҡ һурпаһы. Ә башҡорттарҙа - бишбармаҡ! Ә һеҙ ниндәй аш яратаһығыҙ?

Кеше сәләмәтлеге өсөн иң файҙалы ризыҡтарҙың береһе - һурпа. Уны "беренсе блюдо" тип атайҙар һәм уның төрө бик күп. Һәр халыҡтың үҙенә генә тәғәйен милли аштары бар. Мәҫәлән, беҙҙең халыҡтың милли аш-һыуын һис кенә лә бишбармаҡһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Һурпаны ҡоротлап эсеү ҙә тәндәребеҙгә сихәт өҫтәп, бар сирҙәрҙән арындырып ебәрә. Ә бына рус халҡы кәбеҫтә ашын, атап әйткәндә щи һәм борщты нығыраҡ үҙ итә. Славяндар солянкаға өҫтөнлөк бирһә, тау халыҡтары харчоны ярата. Йылы яҡтарҙа йәшәүселәр йәшелсәнән бешерелгән аштарҙы һайлай.
Белгестәр белдереүенсә, көндәлек рационда мотлаҡ аш булырға тейеш. Ул ашҡаҙан эшмәкәрлеген көйләй, ферменттар бүлеп сығарыуға булышлыҡ итә. Ә уның ниндәйен һайларға, нисек бешерергә һәр хужабикәнең үҙенән тора. Әйҙәгеҙ бөгөн Халыҡ-ара аш көнө хөрмәтенә өҫтәлдәрегеҙҙә үҙегеҙ яратҡан аш булһын, яҡындарығыҙ уны яратып ашаһын! Кем ниндәй ашҡа өҫтөнлөк бирә һәм ни өсөн? Ошо хаҡта тәҡдимдәрегеҙҙе яҙығыҙ!
Фото: pikabu.ru
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/B-g-n-Hali-ara-ash-k-n-748028/
Читайте нас