Даирә
-3 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
4 Апреля 2021, 08:35

Бер ауылда ике янғын сыҡҡан

Дүрт көндән һуң шул уҡ ауылда йәшәүсе бер ҡатын газ плитаһына аҙыҡ бешерергә ҡуя һәм йоҡлап китә. Бер аҙ ваҡыттан һуң

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғаиләләрҙе янғын «хәбәрсеһе» ҡотҡарған!
Ошо көндәрҙә Шишмә районының Игнатовка ауылында ике янғын осрағы теркәлгән. Йорттарҙың береһендә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама 1946 йылғы ҡатынды йоҡоһонан уята. Был ваҡытҡа ут аш бүлмәһен ялмап алған була. Һуңыраҡ ғаилә башлығының мейескә ут яғып, уның йүшкәһен асырға онотоп сығып китеүе асыҡлана. Әгәр янғын «хәбәрсеһе» булмаһа, ғаилә һөрөм газы менән ағыуланып һәләк булыр ине, ти янғын һүндереүселәр.
Дүрт көндән һуң шул уҡ ауылда йәшәүсе бер ҡатын газ плитаһына аҙыҡ бешерергә ҡуя һәм йоҡлап китә. Бер аҙ ваҡыттан һуң ризыҡҡа ут ҡаба, өйгә төтөн тарала башлай. Пенсионер янғын «хәбәрсеһе» тауышын ишетеп уяна. Ул утты үҙе һүндереп өлгөрә.
Ә һеҙҙә янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайлама бармы? Юҡ икән, мотлаҡ һатып алығыҙ тип кәңәш бирә янғын һүндереүселәр.
Яңылыҡ авторы: Инсаф Хужабирганов
Фото: пресс-служба ГУ МЧС РФ по РБ
Читайте нас