Кисә республиканың Благовар районы үҙәге Языков ауылында булған ҡот осҡос янғында ике кешенең, шул иҫәптән бәләкәй баланың ғүмере өҙөлөүен хәбәр иткәйнек инде. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ҡорбандар 33 йәшлек хужабикә һәм уның алты йәшлек улы булып сыға. Тағы бер бала, өс йәшлек малай ауыр йәрәхәттәр алһа ла, иҫән ҡала.
Бөгөн иһә уларҙың кемлеге һәм янғындың нескәлектәре бер ни тиклем асыҡланды. Улар тураһында “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итә.
Һәләк булған ҡатындың исеме Ирина булған. Янғын сыҡҡан көндө ул балалары менән өйҙә яңғыҙы була. Ашарға бешереп йөрөгәндә ҡапыл ут тоҡана. Ирина өс йәшлек улы Глебты тышҡа сығара һәм икенсе улы Богдан артынан инә. Тик өлгөрә алмай: ут ялмап алған йортта икеһе лә һәләк була.
Ауылдаштары Иринаны шат күңелле, изге йөрәкле ҡатын тип хәтерҙә ҡалдырған. Ул ныҡ итеп балаларын яратҡан һәм улар өсөн йәшәгән.
“КП-Өфө” баҫмаһы хәбәрсеһе ҡатыны менән улын юғалтҡан ғаилә башлығы Виктор менән аралашҡан.
- Мин әлегә бер нимә лә белмәйем, ни өсөн янғын сыҡҡанын аңламайым. Иртәгә ерләйәсәкбеҙ. Глебтың хәле уртаса, йәшәйәсәк. Бөгөн уны Өфөгә тән бешеүе үҙәгенә күсерәләр, - тигән ул.
Ауылдаштары иргә аҡса йыйып ярҙам иткән. Уға бигерәк ауыр икәнлеге аңлашыла: яҡындарын ерләргә, торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә, бәләкәй улын дауаларға кәрәк. Уның ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Уттан һаҡланайыҡ.