Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
1 Апреля 2021, 14:58

НӘСИХӘ ӨЛӘСӘЙ

Нәсихә өләсәй үҙе Шәрәй ауылынан (Ҡырмыҫҡалы районы), Муллаҡай ауылында (Архангель районы) Зәкир муллала кейәүҙә торған. Зәкир мулланың кейәүе Ҡалмырҙин Вәлиәхмәт тә мулла булған, ул кешеләрҙе өшкөргән.

Нәсихә өләсәйҙе Бәрхис, тип тә йөрөткәндәр. Уның әүлиәлеге булған. Кешеләрҙең малы, әйберҙәре юғалһа, унан килеп һораһалар – ҡайҙалығын әйтер булған. Һиҙемләүе көслө булған, күрәһең.
Ярлыларҙың өйҙәренә керһә, ҡаҙандарының төбөн һыйпап: “Хәҙер һеҙгә ризыҡ-тәғәм килә”, – тип әйткән, ысынлап шулай булған да. Ризыҡ килгән.

Муллаҡай ауылында Нәҙертүбә тигән тау бар. Ул шунда самауыр алып барып, бөркәнсек ябынып, намаҙ уҡып ултырыр булған. Нәсихә өләсәй үлгәс, ҡәберендә нур уйнап торғанлығын күргән ололар. Ул Ҡыҙғы ауылында ерләнгән.

Нәсихә өләсәй үҙе Шәрәй ауылынан (Ҡырмыҫҡалы районы), Муллаҡай ауылында (Архангель районы) Зәкир муллала кейәүҙә торған. Зәкир мулланың кейәүе Ҡалмырҙин Вәлиәхмәт тә мулла булған, ул кешеләрҙе өшкөргән.

Башҡорттарҙың дини һәм мистик легенда, риүәйәттәре / Автор-төҙөүсе, баш һүҙ, ҡушымта һәм аңлатмалар авторы Ф.Ф.Ғайсина. – Өфө, 2013. –148 бит.
фото т.роза
Читайте нас