2007 йылда Андреевка ауылынан 13 һәм 12 йәшлек ҡыҙҙарҙың әсәләре Наталья Акимова Өфөгә медицина комиссияһы үтергә китә лә хәбәрһеҙ юғала. Аталары был ваҡытҡа үлгән, ә ғаилә монахинялар ҡурсыуында йәшәгән була.
Ике йылдан урманда бер ҡатындың мәйете табыла. Үҫмерҙәргә уның сумкаһын һәм кейемен килтереп күрһәтәләр. Өлкән ҡыҙ Аня әйберҙәрҙең әсәһенеке икәнен таный, ә бәләкәсе Настя ҡырҡа ҡаршы була. Хатта әсәһе иҫән икәнен һиҙенеп, оҙаҡ йылдар буйы уның ҡәберенә лә йөрөмәй.
Үҫеп, ҡыҙҙар кейәүгә сыға. Бик матур йәшәйҙәр. Аняның – ике, Настяның өс балаһы бар хәҙер. Әммә ул әсәһен табыу өмөтөн өҙмәй.
Тапшырыу хәбәрселәре Наталья Акимованы эҙләй башлай. Фотоһүрәте буйынса Өфөнөң тимер юл вокзалында, асарбаҡтарҙың ҡунып сыҡҡан урындарында һорашалар. Һәм... табалар! Ул "Шанс" социаль приютында йәшәп ятҡан була.
Наталья һөйләүенсә, уны урамда машина бәрҙерә. Дауаханала аңына килгәндә бер нимә лә иҫләмәй. Ярты йыл ята унда. Аҙаҡ Өфөнөң Чернышевский урамындағы ике ҡатлы йортта бер ир менән өйҙәш булып йәшәй. Шул саҡтағы күршеләре уны таный.
Ҡатынды тағы бәхетһеҙлек һағалай: 2013 йылда уны бала урлауҙа ғәйепләп төрмәгә ябалар. 2019 йылда иреккә сыҡҡас, урамда ҡала. Асарбаҡ булып йөрөгәнендә былтыр йәй ошо "Шанс" приютына барып эләгә. Унда йәшәргә бүлмә бирәләр, тамағын туйҙыралар. Наталья хатта ашнаҡсы булып китә һәм барыһына ла аш-һыу әҙерләй башлай. Ҡыҫҡаһы, тормошо рәтләнә. Ә "Место встречи изменить нельзя" фильмын ҡарағанда ҡыҙҙарын иҫенә төшөрә, имеш. Һорашып ҡараным, эҙҙәренә төшә алманым, ти.
Шуныһы ҡыҙыҡ: енәйәт ҡылған Наталья Акимованың шәхесен асыҡлағанда документтар буйынса уның "үлгәнлеге" билдәле була. Шуға күрә теге ҡәберҙе асып, мәйеткә эксгумация үткәрәләр. Һөҙөмтәлә ерләнгән ҡатындың Наталья түгеллеге дәлилләнә. Әммә ниңәлер был хаҡта ҡыҙҙарына берәү ҙә хәбәр итмәй!
Телеканал студияһында "кәкүк-әсә" ҡыҙынан һәм кейәүенән ғәфү үтенде. ДНК тест үткәргәс, уның ысынлап Настяның әсәһе булыуы асыҡланды.
Ләкин ваҡиғалар бының менән генә бөтмәне. Ил буйлап эҙләү барышында Натальяға ныҡ оҡшаған ҡатын табыла. Фоторәсемен күрһәткәндә барыһы ла Маргаританың өйөнә төртөп күрһәтә. Тик ул Новгород өлкәһендә йәшәй, биш балаһы бар, был ғаиләне белмәй.
Һәм студияла ла ҡатындар бер-береһен таныманы. Әммә ДНК-тест уларҙы ике туғандар тип тапты! Был серҙең сиселешен артабанғы тапшырыуҙа күрһәтерҙәр, моғайын. Һәм теге ҡәберҙә лә кем ерләнгәне билдәһеҙ әле. Алып барыусы, алда һеҙҙе тағы ла шаҡ ҡатырғысыраҡ хәл-ваҡиғалар көтә, тине.
Фото: тапшырыуҙан скриншот.