Даирә
+22 °С
Ясна
Башҡа яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 11:30

Ҡаҙы барҙың табыны мул

Күңелдәргә шатлыҡ нуры һибеп тағы яҙҙар килде. Йылы миҙгел башланып ҡына торһа ла, уңған хужа-хужабикәләр алдағы бихисап йорт мәшәҡәттәренә әҙерләнә. Кемдер баҡсанан мул уңыш алыу өсөн үҫентеләр ултыртһа, кемдер себештәр һатып ала башланы. Ә бына Ҡарлыманбаш ауылында йәшәүсе Гөлсәсәк һәм Илшат Иштуғановтар ҡаҙ баҫтырып бәпкә сығарталар.

- Әсәйем ғүмер буйы ҡаҙ аҫраны. Шуға бәпкә сығарыу, үҫтереү нескәлектәрен өйрәнеп үҫтек. Бәләкәйҙән иҫтә, ҡаҙ ояларын өйгә йылыға индереп ҡуялар ине. Дүртәр-бишәр оя ултыртып, бәпкә сығарталар. Шуны күреп үҫкәс, үҙебеҙ ҙә ҡаҙ аҫрарға ниәтләнек. Ҡаҙҙарҙы бик кинәнеп, яратып ҡарайым. Тәбиғи көн яҡтылығында апрель башында тәүге йомортҡаларын һала башлайҙар. Ул көн аша йомортҡа һала. Әммә инә ҡаҙ “оҫта баҫыусы” булырға тейеш. Ҡаҙ баҫырға ултырып аҙна-ун көн үткәс, йомортҡалар бушмы йәиһә яралғылымы икәнлеген белер өсөн йомортҡаларҙы ҡояш нуры йәки лампочка аҫтында ҡарайбыҙ. Әгәр йомортҡа эсе ҡарайынҡырабыраҡ торһа, тимәк бәпкәһе яралғылана башлаған тигән һүҙ, ә инде үтә күренмәле эсе ап-аҡ булһа, атаһыҙ йомортҡа була. Уларҙы ташларға кәрәк. Ләкин бер һалып, бер һалмай торһа, мәҫәлән, ул ваҡытта 10 йомортҡанан етәүһе генә сығырға мөмкин. Бәпкәләр 28-30 көн эсендә “моронлай”. Һәйбәт үрсем алам тиһәң, баҫҡан ҡаҙ аҫтына ун көндән дә оҙағыраҡ һаҡланған йомортҡа һалмау хәйерле. Шуға күрә Ҡырмыҫҡалы инкубаторынан да 10-15 тәүлеклек бәпкәләр алып ҡушабыҙ. Алғанда бәпкәне ентекләп ҡарап, етеҙ, хәрәктсәнен алырға кәрәк. Йөндәре таҙа, ҡоро булырға тейеш. Ҡушып ебәрһәң, инә ҡаҙ үҙенеке кеүек ала ла китә. Инкубатор ҡаҙҙары баҫмай тиһәләр ҙә, бәпкә сығаралар. Иртә сыҡҡан бәпкәләр уңайлы мәлгә тура килә: йәш һутлы үлән улар өсөн бик файҙалы. Ә инде май аҙағындағы йәки унан һуңғы бәпкәләргә бер аҙ ҡатҡаныраҡ үлән эләгә. Шуға күрә ҡаҙ ни тиклем иртә баҫа башлаһа, шул тиклем һәйбәт,- ти Гөлсәсәк Фән ҡыҙы.- Бөгөнгө көндә ҡаҙ ояларын һарайҙа тотабыҙ. Унда улар өсөн яҡты урын бүленгән. Ҡаҙға сығып йөрөргә уңайлы булһын өсөн йәшниктән махсус оя яһалған. Аҫтарын ҡоро, таҙа тоторға кәрәк. Йәшник төбөнә тәүҙә полиэтилен һалам. Был дым тартмаҫ өсөн бик яҡшы. Артабан өҫтөнә сепрәк йәйәм, уның өҫтөнән арыш һаламы һалам. Бынан тыш, ҡаҙ йомортҡа һалғанда йөнөн ҡоя башлай. Шуларҙы оя һымаҡ итеп йәйеп һалам да ул шунда ултыра. Был осорҙа бик иғтибарлы булырға кәрәк. Бәпкә сығарыуға әҙерләнеү осоронда инә ҡоштоң туҡланыуы ла мөһим роль уйнай. Ҡаҙҙар ашауға талымһыҙ. Уны тейешенсә ашатып-эсерәбеҙ. Әммә шуны ла онотмаҫҡа кәрәк, баҫҡан ҡаҙ тиҙ һимерә, ә был йомортҡаларға кире йоғонто яһай. Кәүҙә ауырлығы артыуын ҡоштоң ҡанат аҫтына ҡулды тығып белеп була, унда май ҡатламы барлығын асыҡлау ҡыйын түгел. Аҙығына һөт, эремсек тә ҡушып бирәбеҙ. Баҫа башлағандан һуң 10-12 көн үткәс, йомортҡаларҙы алып, тағы тикшерергә кәрәк. Ҡаҙ аҫрауҙың бер мәшәҡәте лә юҡ. Бәпкәләр сыҡҡас, бер аҙна уларға ныҡлап тәрбиә биреү мөһим. Аҙыраҡ үҫкәс иртәнсәк улар йылға буйына сығып китә, кис кенә ҡайтып инәләр. Көнө буйына рәхәтләнеп йәшел үлән ашап һыу буйында булалар. Шулай, ауыл ерендә малһыҙ, ҡош-ҡортһоҙ йәшәүҙе күҙ алдына ла килтерә алмайым. Һыйыр һауып ҡоротон да, һөтөн дә эшкәртәбеҙ, йомортҡаһы ла үҙебеҙҙеке.
Хужабикә ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. Тормош иптәше Илшат Ғилметдин улы менән матур, татыу ғаилә ҡорғандар. Өс балалары үҙҙәренең уңыштары менән уларҙы ҡыуандырып торалар. Ҡыҙҙары Гүзәл Өфө ҡалаһында, улдары Азамат Ҡырмыҫҡалы ауылында эшләп йөрөйҙәр. Ә кесе улдары Салауат Ҡырмыҫҡалы гимназияһының 7-се класында белем ала. Улар ғаиләләге бөтә эште бергәләп башҡарырға яраталар. Емеш баҡсаһы – уларҙың яратҡан урыны.
Ысынлап та, ауыл кешеләренең йорт­тары мини-фермаларҙы хәтерләтә. Эш буйынса ниндәй генә ауылға барһаң да күп­ләп эре һәм ваҡ мал, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары һәм башҡа йорт хайуандары аҫраусы уңған, тырыш хужаларҙы күрергә була. Был, әлбиттә, һөйөнөслө, тимәк ауыл йәшәй.
Фирүзә РӘХМӘТУЛЛИНА.
Автор фотоһы.
Читайте нас