Даирә
+20 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
31 Марта 2021, 11:46

"Иң күңелһеҙ тыуған көнөм үтте..."

31 йыл үҙемде донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ тип һанап йәшәнем. Тик бәхетебеҙ сикле булған икән...

Был хатты “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге күп һанлы дуҫтарымдың береһе яҙып ебәргән. Ҡәҙерле тормош юлдашын юғалтҡан кешенең йөрәк зары ул...
“Кисә минең тыуған көнөм булды. 51 йыллыҡ ғүмеремдәге иң күңелһеҙ, иң ауыр байрамым булғандыр ул... Ҡурҡып та, етеүен теләмәй ҙә көттөм уны, сөнки был юлы мине иртә таңдан ҡотлаған, кискеһен сәскә гөлләмәһе тотоп ҡайтып ингән тормош юлдашым юҡ... Мин уны мәңгегә юғалттым. Алты ай ғүмерем унһыҙ үтә. Алты ай түгел, гүйә, алты йыл кеүек оҙон көндәр, унан да оҙонораҡ, йоҡоһоҙ төндәр... Иптәшемде – ҡәҙерле йән киҫәгемде заман зәхмәте – ковид алып китте. Уны уйламаған көнөм, сәғәтем, минутым юҡтыр.
Тыуған көн үтте... Ҡотлауҙар ҙа, сәскәләр ҙә, матур теләктәр ҙә булды. Аллаға шөкөр, алыҫ Себерҙәге улым шундай матур гөлләмә ебәргән, район үҙәгендәге ҡыҙҙарым килеп ҡотлап ҡайтты. Өҫтәл артында күҙ йәштәренә мансылып ултырҙым инде. Ҡыҙҙарым: “Әсәй, улай ныҡ бөтөрөнмә, атай һине күктәрҙән ҡарап, ни эшләргә белмәйҙер. Уның йәненә тыныслыҡ кәрәк бит...” – ти, тик үҙемде ҡулға ала алмайым, иламаған көнөм дә, төнөм дә юҡтыр...
Эйе, аңлайым, йәшәргә кәрәк. Тормош иптәшемә рәхмәт, 31 йыл мин был донъялағы иң бәхетле ҡатын-ҡыҙ, уның хәләле булып йәшәнем. Тик бәхетебеҙ сикле булған икән... Миңә шул тиклем ул етмәй... Артабан нисек йәшәргә, унһыҙ нисек тормош көтөп алып китергә? Йәшәүҙең йәмен ҡайҙан, нисек табырға?"
Фото: liveinternet.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/I-k-el-e-tiu-an-k-n-m-tte-741606/
Читайте нас