Ил етәксеһе менән аралашыу барышында малай “Хәтер баҡсаһы” тип аталған проектын хуплауҙы һораны. Матвейҙың уйынса, ер ҡарҙан әрселгәс, мәктәп уҡыусылары ағас ултыртыу акцияһын ойошторорға тейеш.
“Һаумыһығыҙ, мин - Матвей Анискин, 11 йәштәмен, 5-се класта уҡыйым. Башҡортостандың Иглин ҡасабаһында йәшәйем”, - тип мөрәжәғәтен башланы малай тура эфир мәлендә. Экология менән күптән ҡыҙыҡһыныуын, тиҫтерҙәренең был мәсьәләгә битараф булмауын белдерҙе.
“Тәҡдимем – уҡыусылар араһында “Хәтер баҡсаһы” тип аталған акция ойоштороу. Уға ярашлы, һәр ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышында ата-бабаһының ниндәй ҡаһарманлыҡ күрһәткәнен өйрәнеп, шул турала һөйләргә тейеш. Ошолай улар хаҡында хәтерҙе мәңгеләштерә алабыҙ”, - тине Матвей.
“Супер! Экологик программаларға ярашлы быға оҡшаш проекттар бар, мемориаль йүнәлештәге тәҡдимдәрҙе лә яңыраҡ ҡараныҡ. Әммә һеҙ үҙ тәҡдимегеҙ менән сәпкә тейҙегеҙ, - тине Владимир Путин. - Бик эшлекле тәҡдим. Рәсәй Президенты Хакимиәтенә был мәсьәләгә иғтибарҙы йүнәлтергә һәм һеҙҙең тәҡдимде хупларға тәҡдим итермен. Рәхмәт”.
Фото: https://vk.com/young_ecologist_matthew?z=photo436628605_457239199%2Fphotos436628605