Даирә
+19 °С
Ясно
Башҡа яңылыҡтар
27 Марта 2021, 17:45

"Улымды эҙләйем..."

Олег Игнатьев Октябрьский ҡалаһынан Өфөгә эш эҙләп килгән. Барыһы ла яҡшы барған, әммә бер мәл уның юлында насар ниәтле кешеләр осрап, туҡмап киткән һәм барлыҡ мөлкәтен урлаған.

Инцидент һөҙөмтәһендә ир урта кимәлдәге тән йәрәхәттәре алған. Һүҙ гематомалар, баш мейеһе һелкенеүе тураһында бара. Унан тыш, ирҙең мөлкәтен урлағандар: аҡса янсығынан, әйберҙәренән, телефонынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Әлеге ваҡытта баш ҡаланың 21-се клиник дауаханаһында дауалана.
Олегтың әсәһе, Воронеж ҡалаһында йәшәгән Арина Алексеевна, “Берҙәм Рәсәй” партияһының ирекмәндәр үҙәгенә мөрәжәғәт иткән һәм улын эҙләүен белдергән. Һөҙөмтәлә тиҙ арала Олегтың хәлен билдәләгәндәр, ирекмәндәр дауаханаға аҙыҡ-түлек һәм әйберҙәр, бәйләнеш өсөн телефон килтергән.
Олег Игнатьев уны бик яман итеп туҡмауҙарын һәм әйберҙәрен тартып алыуҙарын белдергән. Әле ул үҙен яҡшы тоя. Ирекмәндәр Олег Игнатьевты дауалаусы медицина хеҙмәткәрҙәренә сәй йыйылмаһын тапшырған.
“Берҙәм Рәсәй ” партияһының “Беҙҙең хәстәр” Берҙәм ирекмәндәр үҙәге етәксеһе Александр Толстых әйтеүенсә, Олег Игнатьев әсәһе менән телефон аша бәйләнешкә ингән. Ирекмәндәр уға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер.
Фото: "Берҙәм Рәсәй".
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас