Даирә
+17 °С
Облачно
Башҡа яңылыҡтар
27 Марта 2021, 10:11

11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө...

Кисә кис 23.00 сәғәт тирәһендә Һамар – Өфө – Силәбе автомобиль юлының Благовар районындағы Мирный ауылы янында ике автомобиль бәрелешеү һөҙөмтәһендә 11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлдө.

Асыҡланыуынса, Һамар яғынан Өфөгә ҡарай хәрәкәт иткән “КамАЗ” автоцистернаһы менән “Опель Корса” бәрелешә. Еңел автомобилдең рулендә 30 йәшлек ҡатын, ә йөк машинаһында 56 йәшлек Асҡын районы кешеһе булған.
Аварияла “Опель Корса” автомобилендәге 11 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлә. Ул - водителдең апайының ҡыҙы, машинала әсәһе лә була. Шулай уҡ рулдәге ҡатындың һигеҙ йәшлек улына ла медицина ярҙамы талап ителә. Апалы-һеңлеле балалары менән Бүздәк районына китеп барған булған.
Ял көндәрендә күптәрҙең тыуған яғына юлланыуы аңлашыла. Тик был ҡатындар ниңә генә шулай һуңға ҡалып юлға сыҡты икән? Ниңә ашыҡҡандарҙыр? Киске юл икеләтә хәүефле бит... Был фажиғәнән башҡалар һабаҡ алһын ине.
Фото: @bash_gibdd Телеграм каналы.
Автор: Рәмилә Мусина
Читайте нас