Был ҡот-осҡос ваҡиға Белоретта була. 22 мартта ир менән ҡатын араһында ыҙғыш сыға. 63 йәшлек ғаилә башлығы ҡатынын туҡмай башлай, хәләл ефете туғандарына шылтырата, әммә өйҙән сығып ҡасып өлгөрә алмай.
Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ир ҡатынын туҡмап ҡына ҡалмай, ә өҫтөнә бензин ҡойоп, ут төртә. Ҡаза күреүсенең туғандары полицияға хәбәр итә.
Хоҡуҡ һаҡсылары һәм ҡотҡарыусылар килеп, ишекте емереп инә. Тәненең 80 проценты янған 63 йәшлек ҡатынды тиҙ арала дауаханаға оҙаталар, әммә ҡотҡара алмайҙар. Енәйәтсе ир үҙе лә һөрөм газы менән ағыуланып, иҫен юғалтҡан була.
Ҡатынын тереләй яндырып үлтергән ҡәбәхәтте ҡулға алғандар. “Айырыуса ҡанһыҙлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте.